Ете серияла - ете тарих. Унда башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙҙың бәләгә тарыған ете үҫмергә ярҙамлашыуы тасуирлана. Ата-әсәләр һәм тиҫтерҙәр менән мөнәсәбәттәрҙәге проблемалар, үҙҙәрен яңғыҙ итеп тойоу, аралаша белмәү, виртуаль донъяға китеү, яуапһыҙ мөхәббәт, үҙ-үҙеңде башҡаларҙан кәм итеп тойоу... Былар сериалдағы үҫмерҙәр осрашҡан проблемаларҙың бөтәһе лә түгел әле.
- Сериалдың форматы балалар һәм үҫмерҙәр араһында популярлыҡ менән файҙалана, - ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Социаль селтәрҙәрҙә һәм телевидение каналдарында балалар өсөн сериалдар күп, әммә, башлыса, улар ысынбарлыҡта булмаған космик хәлдәр йәки беҙгә ят сит ил тарихы принциптарын таға. Үҫмерҙәрҙең һорауҙарына яуап биргән сифатлы контент ул тиклем үк күп түгел. «Бирешмә!» cериалының популярлығы үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбат итте. Һәм беҙ яңы телевизион тарихты илһамланып эшләйбеҙ.
«Тамыр» телеканалының балалар өсөн «Бирешмә!» сериалы бөтә ил күләмендәге уникаль проект тип танылған. Ул күп жанрлы – сериалдың ике миҙгеле , бер үк исемдәге премия, «Бирешмә .профи» телетапшырыуы, популяр музыкаль төркөм, концерттар, шәфҡәтлелек акцияһы бар. «Ышан» сериалының социаль әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Проект үҫеп килеүсе быуындың туған тел, туған мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ, ата-әсәләрҙең һәм йәмәғәтселектең иғтибарын үҫмерҙәрҙең проблемаларына йәлеп итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда булдырылған контент республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә башҡорт телен популярлаштырыу өсөн үҙенсәлекле ҡорал булыр, тип күҙаллана.
- Был минең сериал форматындағы режиссерлыҡ дебютым, - ти «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Адель Һунарғолова. – Әммә беҙҙең команданың сериал төшөрөү буйынса яҡшы тәжрибәһе бар. Башҡарыусы продюсер Гөлшат Ғәлиуллина, монтажлау режиссеры Дамир Сәлимов «Бирешмә!» сериалының ике һоҡланғыс миҙгелен эшләне. Сценарий өҫтөндә билдәле сценарий яҙыусы Дамир Йосопов менән бергәләп тырыштыҡ. Ҡуйыусы- оператор Руслан Бикбаев. Хәҙер беҙҙең ауырлыҡтар, әммә һөйөү менән төшөрөлгән бөтә материалдарыбыҙ - монтаж...(саҡ хирургия тип әйтмәнем...) өҫтәлендә. Беҙҙең актерҙар ҙа бик һәйбәт. Ҡыҙыҡлы тарихтар. Йәш тамашасылар баһа бирер, тип ышанам.
Үҫмерҙәр өсөн «Ышан» тигән телевизион сериал ете сериянан тора. Ул 2022 йылдың 2 ғинуарында БЮТ каналында старт ала.