0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Декабрь 2021, 14:00

Тәбиғәт үҙе яҙған илаһи моң

Волга буйы федераль округы илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып үҙенең көйөн булдырҙы. Ул «Волга буйы моңо» тип атала.

Тәбиғәт үҙе яҙған илаһи моң
Тәбиғәт үҙе яҙған илаһи моң

«Волга буйы моңо» – тәбиғәт үҙе яҙған илаһи моң . Музыкаль композицияла төрлө төбәктәрҙәге географик объекттарҙың бейеклек күрһәткестәре урын алған. Уларҙы Роскартография белгестәре тауыш тирбәлеүенә әйләндергән. Ошо рәүешле 14 айырым композиция килеп сыҡҡан. Берҙәм музыкаль әҫәргә «Волга буйы моңо» тигән исем бирелгән.
20 декабрҙән башлап урындағы телеканалдарҙа композицияның теге йәки был төбәктең аудиовизуаль һынланышын тапшырған фрагменттары (өлөштәре) эфирға сыға башлай. Тыуған төбәк музыкаһы һәм ландшафтының бөтә матурлығын шулай уҡ Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының http://pfo.gov.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин.
Премьера иһә 27 декабргә тәғәйенләнгән.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: