Унда Рәшит Закир улының башҡорт халҡының рухи терәге тип йөрөтөүҙәре,тыуған илгә һәм туған телгә һөйөүм енән һуғарылған әҫәрҙәренең һәр юлын йөрәге, күңеле аша үткәреп яҙыуы хаҡында әйтелә.
«Әйткәндәй, «Башҡортостан» энциклопедияһын төҙөү – бик күп әҙәби һәм фәнни әҫәрҙәр авторы Рәшит Закир улының идеяһы, - тип яҙа республика Башлығы. - Күп томлы «Башҡорт энциклопедияһы» концепцияһын ул нигеҙләгән, уның етәкселеге аҫтында башҡорт телендә энциклопедияның ҡыҫҡартылған варианты донъя күргән.
Рәшит Шәкүрҙең тәүге һөнәре буйынса нефтсе булыуы тураһында күптәр белмәйҙер. Октябрьский ҡалаһының нефть техникумын тамамлағас, ул ошо өлкәлә эшләй. Геологияға уны географияны, шулай уҡ тарихты һәм туған телде яратыуы алып киләлер, моғайын. Рәшит Шкүр, мәҫәлән, Көньяҡ Уралдағы һәр топонимдың мәғәнәһен аңлатып бирә ала.
Ғаилә тылының ныҡлы булыуы ла бик мөһим. Тормош иптәше Марина Нәби ҡыҙы менән улар ғүмер юлынан ярты быуаттан ашыу бергәләп атлай. Ҡыҙҙары ла аталары юлынан киткән: өлкәндәре Шәүрә (сценарийҙар яҙыусы, драматург һәм прозаик булараҡ танылыу яулаған) Рәсәй Фәндәр академияһында - «Урал батыр» эпосы буйынса, кесе ҡыҙҙары Гөлдәр (доцент, сәйәси фәндәр кандидаты, БАГСУ-ның политология, социология һәм философия кафедраһы мөдире) ҙә шулай уҡ ошо академияла диссертация яҡлаған һәм уны башҡорттарҙың оҡшашлығын өйрәнеүгә бағышлаған.
Бөгөнгө көндә Рәшит Закир улының тормошонда – яңы этап. Ул буш ваҡыттарын ейәндәре менән уҙғара һәм Урал батырҙың кем булыуын һәм Урал тауҙарын ниңә боронғо тауҙар иҫәбенә индереүҙәрен хәҙер инде уларға һөйләй...
Рәшит Закир улы Шәкүровҡа бөгөн - 85 йәш!
Хөрмәтле Рәшит Закир улы! Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым! Башҡортостан, уның әҙәбиәте, мәҙәниәте, фәне үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек һеҙгә!