Унда 6-12 һәм 12-17 йәштәге балалар, шулай уҡ 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша. Конкурсҡа Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яңғыҙ уҡыған профессиональ һәм һәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәрә ала. Эштәрҙе башҡорт һәм рус телдәрендә ебәрергә мөмкин.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы конкурстың ойоштороусылары булып тора.
Конкурс өс этапта үтәсәк. 12 февралдән 12 апрелгә тиклем уҙасаҡ беренсе этапта конкурс эштәрен ҡабул итеү, 26 августан 25 сентябргә тиклемге икенсе этапта - телевизион конкурс һәм өсөнсө этапта финал үткәреү күҙаллана.
Конкурста ҡатнашҡан балалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ВКонтакте социаль селтәрендәге «Минең Рәми-90» төркөмөндәге видеолар альбомына https://vk.com/video/playlist/-210455279_2 һылтанмаһы аша үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәрә ала. Аңлатмала исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште күрһәтеү мотлаҡ шарт булып тора. Шулай уҡ эштең һылтанмаһы күрһәтелгән заявканы «Рами Гарипову -90. Дети» тигән тема менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Ҡатнашыусылар видеояҙмаларын шулай уҡ #МинеңРәми90 хештегы менән Вконтакте социаль селтәрендәге үҙҙәренең сәхифәләренә урынлаштырырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыусы өлкәндәр 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ВКонтакте социаль селтәрендәге «Минең Рәми-90» төркөмөндәге видеолар альбомына https:// vk.com/video/playlist/-210455279_1 һылтанмаһы аша үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәрә ала. Видеоның аңлатмаһында шулай уҡ исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште күрһәтеү мотлаҡ. Эштең һылтанмаһын һәм тултырылған заявканы «Рами Гарипову -90. Взрослые» тигән тема менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Улар ҙа шулай уҡ эштәрен үҙҙәренең сәхифәләрендә #МинеңРәми90 хештегы менән урынлаштырыу мөһим.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалығын бирә. 6-17йәшлек балаларҙың шәхси мәғлүмәттәрен файҙаланыуға ризалыҡты ата-әсәләр ебәрә.
Конкурсҡа ҡабул ителгән эштәр положениеға тап килеү, һайланған шиғырҙың әҙәби ҡиммәте, уҡыусының актерлыҡ оҫталығы, тексты белеү, үҙенсәлекле итеп башҡарыу кеүек критерийҙар буйынса баһаланасаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.