-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2022, 16:10

Р. Ғариповтың «Туған тел»е - республика халыҡтары телендә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһы әҙерләйәсәк һәм уларҙа төбәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡыясаҡ, тип хәбәр иткәйнек инде.

Р. Ғариповтың «Туған тел»е - республика халыҡтары телендә
Р. Ғариповтың «Туған тел»е - республика халыҡтары телендә

Был үҙенсәлекле проект Башҡортостандың халыҡ шағирының 90 йыллығына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлана. Ойоштороусылар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты. Улар берҙәм эштең халыҡтар дуҫлығына, донъялағы барлыҡ телдәргә, мәҙәниәттәргә хөрмәт билдәһе булыуын билдәләй.
«Туған тел» шиғырының рус, белорус, украин, саха телдәренә тәржемәһе бар ине. Хәҙер инде исемлекте ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәр тулыландырған.  Шиғырҙы профессионалдар, шулай уҡ ябай шиғыр һөйөүселәр тәржемә иткән.
Азербайжан шағиры, тәржемәсе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты  Балоглан Джалил Рәми Ғариповтың «Туған тел»ен уҡып сыҡҡас, үҙенең халҡына, туған теленә ҡарата һөйөү кисереүе, тап ошо хистәрҙең уның иғтибарын ошо шиғырға йәлеп итеүе, Рәми Ғариповтың туған телен ғүмеренә ҡарағанда ла нығыраҡ яратыуы шиғырҙың һәр юлында һиҙелеүе, шулай уҡ «Туған тел»де ҡыҫҡа ваҡытта тәржемә итеүе, башҡорт шағирының рухы һәм ижады уға бик яҡын булыуы тураһында белдергән.
Яҙыусы Мамед Хәлилов иһә Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булыуын, туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнеү һәм үҙләштереү нигеҙендә генә шиғриәтте үҫтерергә мөмкин  икәнлеген, шиғыр юлдарының ҡайһы берҙәренең тел үҫешенең сағылышы булараҡ халыҡ эстетикаһын күрһәтеүен, шағирҙың минең туған телем тип башҡорт теле тураһында ғына түгел, ә һәр ҡайһыһы үҙенсә бөйөк, үҙенсәлекле булған башҡа телдәр хаҡында әйтергә теләүен дә билдәләй.
Шағирә, тәржемәсе, «Тангчолпан» ҡумыҡ журналының баш мөхәррире Супиянат Мамаева талантлы башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың туған тел тураһында шиғырын уҡыған һайын был темаға донъяның аныҡ фекер йөрөткән бар шағирҙарының да мөрәжәғәт итеүенә инана.Ул туған телдең халыҡтың йәне, изге ҡиммәте булыуын, уны ла Тыуған илебеҙ кеүек яратырға, һаҡларға кәрәклеген билдәләй һәм һәр халыҡты туған телен һаҡларға, ата-бабаларының юлын лайыҡлы дауам итергә саҡыра.
Ҡырғыҙ шағирәһе, тәржемәсе, драматург Алтынай Темирова Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырында авторҙың туған теленә мөнәсәбәтен сағыу һәм үҙенсәлекле итеп асып биреүен, шағирҙың туған теленә сикһеҙ һөйөүе аша халыҡ мираҫы менән үҙенсәлекле параллелдәр үткәреүен, туған телдең төп ҡиммәте быуындар араһындағы тере бәйләнеш, милләттең генетик коды икәнлеген, туған телебеҙҙе белгәндәрҙең тыуған ерле, тамырлы булыуын, ошондай ҡиммәтле ҡомартҡы ҡалдырған арҙаҡлы шағир, һоҡланғыс кеше Рәми Ғариповтың ижады менән танышыуына сикһеҙ шат булыуын билдәләй.
Шиғырҙың тәржемәләре БСТ телеканалының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарында урынлаштырылған. Әйтеп үтергә кәрәк, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын рус телендә билдәле спортсы, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Н. Валуев, Рәсәй актерҙары К. Хабенский, Д. Спиваковский уҡыған. Был проекттың ваҡытлы, урынлы һәм ҡыҙыҡлы булыуын тағы бер тапҡыр күрһәтә. Шулай уҡ сараға башҡа халыҡ вәкилдәре, шағирҙары ихлас ҡушылған. Улар акцияла әүҙем ҡатнашып,  Рәми Ғариповтың үлемһеҙ ижадын баһалаған һәм ҙур ижади берҙәмлектең өлөшөнә әүерелгән.

Фото БЮТ төркөмөнән.

Видеолар республика Башлығы Р. Хәбиров сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: