+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Март 2022, 11:10

Байрам саралары гөрләй

Ике көндән бөтә донъя Яҙ һәм гүзәллек байрамы – 8 Мартты билдәләй. Байрам уңайынан ауыл клубтары мәҙәни кисәләр, төрлө саралар ойоштороуын дауам итә. Шундай сараларҙың береһе 5 мартта Иҫке Көрмәнкәй ауылында үткән.

Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй

Унда «Йәгеҙ әле, ҡәйнәләр һәм килендәр!» тигән күңелле конкурс программаһы ойошторғандар, шулай уҡ гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хөрмәтенә  байрам концерты күрһәтелгән. Сараға шулай уҡ ауылда йәшәүсе гүзәл заттарҙың ҡул эштәренән, улар әҙерләп алып килгән милли аш-һыуҙан күргәҙмәләр ҙә ойошторолған. Тамашасылар һәм ошо кисәлә ҡатнашыусылар күп тулҡынландырғыс мәлдәр кисергән. Иң яҡшы килен исеме өсөн көрәшкәндә, тормошта килеп тыуған төрлө сетерекле хәлдәрҙә үҙҙәренең сыҙамлы һәм тапҡыр, изге күңелле һәм шаян булыуҙарын күрһәткән. «Туҡмас киҫеү», «Кем тиҙерәк?», «Сәй ҡайнатыу», «Көйәнтә-биҙрәләр менән һыу ташыу», «Турамалар әҙерләү» кеүек таҫыллыҡҡа ҡоролған ярыштарҙа бер кем дә алдынғылыҡты бирергә теләмәгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәйнәләр һәм килендәрҙең бөтәһе лә төрлө ярыштарҙа үҙ-ара көс һынашып,  был бурыстарҙы лайыҡлы үтәп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңгән. Конкурс һуңында килен-ҡәйнәләр тураһында шиғырҙар һөйләгәндәр, аҙаҡтан ауыл ҡойоһонан килендәр алып ҡайтҡан һыуҙан боронғо самауырҙарҙа ҡәйнәләр ҡайтнатҡан сәй табыны артында бергәләп йырлашып-бейешеп, күңел асҡандар. Байрам кисәһе бик күңелле үткән. Тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа унан яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар алып таралышҡан.

 

Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Байрам саралары гөрләй
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: