-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Март 2022, 15:00

Бөйөк композиторға – 75

Бөгөн легендар композитор, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәновҡа - 75 йәш!

Бөйөк композиторға – 75
Бөйөк композиторға – 75

Һәр кешенең яратҡан йыры була. Миңә иң оҡшағаны – «Ҡышҡы романс».  Уны әсәйем бик яратты, айырыуса Фидан Ғафаров башҡарыуында. Ә был йырға көйҙө Рим Мәхмүт улы Хәсәнов яҙған.

Бөгөн легендар композитор, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәновҡа - 75 йәш!

«Өфө йүкәләре», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юҡҡа түгелдер» һәм башҡа бик күп йырҙар оҙаҡ йылдар дауамында хиттар булып ҡала, тотош быуын уларҙы тыңлап үҫте, сөнки Рим Хәсәнов ңелдең һәр ҡылын тибрәтерлек йөрәк музыкаһы яҙа.

Юбилейығыҙ менән, маэстро!

Ә беҙҙең барыбыҙға ла һеҙҙең юбилейға бүләк сифатында - «Ҡышҡы романс».

Рәхмәт һеҙгә, Рим ағай!

Видеояҙмала, рояль артында - маэстро Рим Хәсәнов үҙе.

Материалдар ВКонтакте социаль селтәрендәге Радий Хәюиров сәхифәһенән алынды.

Видео: Р. Хәбиров.

Фото: gtrk.tv.

 

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: