+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Март 2022, 00:05

Киноға барырға ла мөмкин

«Пушкин картаһы» буйынса киноға билет һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде

Киноға барырға  ла мөмкин
Киноға барырға ла мөмкин

Әммә бер генә сикләү бар -  был карта менән Кино фонды, Мәҙәниәт министрлығы, төбәк министрлыҡтары ярҙамында төшөрөлгән, шулай уҡ  Рәсәй кинматографистары тарафынан төшөрөлгән һәм совет классикаһы фильмдарына ғына инергә мөмкин. Өфөлә «Пушкин картаһы» буйынса түбәндәге кинотеатрҙарға барырға була: «Синема Парк» (Октябрь проспекты, 34); «Синема Парк» (Чернышевский урамы, 75).

 Дәүләкәндә «Пушкин картаһы» «Сандра» сауҙа-күңел асыу комплексында урынлашҡан «Кинопланета» кинотеатрында эшләй. «2022 йылда йәштәр өсөн картаның хаҡы биш мең һум тәшкил итә. Ошо сумманан 2000 һумды киноға билетҡа тотонорға мөмкин», - тип аңлаттылар республиканың Мәҙәниәт министрлығында.

2022 йылда билеттарҙы 32 премьераға, шулай уҡ классик фильмдарҙы ретроспектив күрһәтеүгә һатып алырға мөмкин. Программаға илдең 300 кинотеатры ҡушылған да инде. Өс йыл дауамында улар биш тапҡырға артасаҡ. Шуныһы мөһим:  уларҙың һәр өсөнсөһө ауыл ерендә урынлашҡан.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: