+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Март 2022, 14:40

Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән

Артабан был турала ентекләберәк...

Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән

2022 йылдың 21 мартында «Таланттарҙың сиге юҡ» тигән район фестиваленә старт бирелде. Был көндә унда район Мәҙәниәт йортоноң Сергиополь, Вперед, Поляковка, Раев, Айыухан, Ҡаҙанғол, Соколовка филиалдарының  үҙешмәкәр артистары үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.

Конкурстың маҡсаты - һәр һәүәҫкәр артистың һәләттәрен асыу, уларҙы сәнғәттең төрлө формаларына йәлеп итеү, үҙ көстәренә ышаныстарын арттырыу. Талант - ул бик ҡиммәтле бүләк. Ә һәр кеше  - ул тотош донъя. Берәүҙәр - йырларға, бейергә, икенселәр - һүрәт төшөрөргә, ижад итергә ярата, төрлө нәмәләр яһауҙа оҫталыҡтарын күрһәтергә тырыша.Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кем талантлы ғына түгел, ә үҙенсәлекле лә!

Район конкурсының тәүге көнөндә лә Мәҙәниәт йортоноң алда һанап үтелгән ауылдарҙағы филиалдарына ысын мәғәнәһендә тик талантлы кешеләр генә йыйылды. Сәхнә түрҙәрендә йыр-бейеү, нәфис һүҙ, театр оҫталары сығыш яһаны.

Мәҫәлән район гәзите хеҙмәткәре Алия Уразбахтина иһә был көндә  Соколовка филиалының үҙешмәкәр артистарына  ярҙамлашыу йәһәтенән  «театрға эшкә күсте». Ул район Мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән «Заһиҙә» башҡорт халыҡ театры артисы, Соколовка ауылында йәшәүсе Нурсилә Шәмсетдинова менән тамашасылар иғтибарына «Миңә пароход бирегеҙ» тигән бик ҡыҙыҡлы скетч тәҡдим итте. Сараға шулай уҡ алтын ҡуллы Әнисә Хажиғәлиева, Светлана Мөхәмәҙиева, Ләйсән Солтанова, Валентина Хәбирова, Резеда Ноғомановаларҙың һоҡланғыс ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Башҡа ауылдарҙа ла был көндө шулай уҡ сәхнә түренә йырсылар, нәфис һүҙ оҫталары, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм өҙҙөрөп баҫып бейеүселәр «хужа булды». Уларҙа ла китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә оҫталарҙың ҡул эштәренән һәм китаптарҙан торған күргәҙмәләр урынлаштырылғайны.

Үҙешмәкәр артистарҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәренең сығышына етди әҙерләнгән. Һәр номер үҙенсәлекле булыуы, артистарса оҫта башҡарылыуы, яҡшы итеп һайланған костюмдары менән айырылып торҙо.

Конкурс номерҙарын абруйлы жюри ағзалары баһаланы.

Сығыштарҙың барыһы ла залда ултырған тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде.

Сара бөтәһенә лә сағыу тәьҫораттар, ыңғай эмоциялар һәм  яҡшы кәйеф бүләк итте.

 

 

 

Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Редакция хеҙмәткәре театрға эшкә күскән
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: