+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2022, 16:45

Ауыл клубының ысын хужаһы

Кемдәр үҙенең ижады менән кешеләрҙең күңелендә шатлыҡ тойғоһо уята, байрам кәйефе булдыра һәм донъяла ябай ғына нимәләрҙән дә матурлыҡ күрергә ярҙам итә? Әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Улар ғүмерҙәре буйына сәнғәткә тоғро ҡалып, кешеләргә һәләт емештәрен һәм оҫталығын бүләк итә, үҙҙәренең ижады менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора, тормошобоҙҙо онотолмаҫ тәьҫораттар менән байыта. Бөгөн - Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө! Ошо уңайҙан уларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы тормоштарында именлек, бәхет һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең иғтибарға Бик-Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Минифән Сәхәбетдинов тураһында яҙма тәҡдим итәбеҙ. Артабан ентекләберәк...

Ауыл клубының ысын хужаһы
Ауыл клубының ысын хужаһы

Ауыл клубының ысын хужаһы

Бик-Ҡарамалы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Минефән Сәхәбетдинов тураһында тап шулай тип әйтергә мөмкин

Кемдәр үҙенең ижады менән кешеләрҙең күңелендә шатлыҡ тойғоһо уята, байрам кәйефе булдыра һәм донъяла ябай ғына нимәләрҙән дә матурлыҡ күрергә ярҙам итә? Әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Улар ғүмерҙәре буйына сәнғәткә тоғро ҡалып, кешеләргә һәләт емештәрен һәм оҫталығын бүләк итә, үҙҙәренең ижады менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора, тормошобоҙҙо онотолмаҫ тәьҫораттар менән байыта. Ауыл ерендә мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу бик еңелдән түгел. Бында күңел асыу урындары юҡ, шуға ауыл клубы төп ял итеү урыны булды һәм булып ҡала. Һәм ауылдағы мәҙәни тормош күп осраҡта эштең нисек ойошторолоуына бәйле.

Бик-Ҡарамалы халҡына был йәһәттән уңыш йылмайҙы, тип әйтергә мөмкин. Капиталь ремонттан һуң асылған урындағы мәҙәниәт йорто мөдире булып бында өсөнсө йыл инде Минефән Ирек улы Сәхәбетдинов эшләй. Ул Дәүләкән районының Искәндәр ауылында тыуып үҫкән. Ошонда уҡ башланғыс мәктәптә уҡый, урта мәктәпте Суйынсы ауылында тамамлай һәм башҡорт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә, сөнки бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Үкенескә күрә, уның хыялдары тормошҡа ашмай һәм уға педагог дипломын ҡулына алырға насип булмай, тыуған ауылына кире ҡайта. Һуңынан уны Совет Армияһы сафына саҡыралар. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әйтергә кәрәк, мәктәптә уҡығанда ла, шулай уҡ әрмелә хеҙмәт иткән йылдарында ла Минефән үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына ҡайтҡас, «моңло һандуғас», Суфия исемле һылыуҡай менән татыу ғаилә ҡора. Улар ике бала: ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер өс ейәнсәрҙәре һәм бер ейәндәре – уларҙың төп шатлығы. Әйткәндәй, Минәфәндең хәләл ефете Суфия ла мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Ул - Искәндәр ауылында клуб мөдире.

Мәҡәләбеҙ геройы клубҡа эшкә күскәнсе, мәктәптә эшләй, балалар уҡыта, ә ҡатыны декрет ялына киткәс, вазифаһында уны алмаштыра. Ә хәҙер, бына инде өс йыл дауамында, Бик-Ҡарамалы ауылы клубының «ысын хужаһы» булып тора. Эйе, Минефән Ирек улын тап шулай тип атарға мөмкин дә...

Мәҡәләне тулыһынса район гәзитенең 25 мартта сыҡҡан һанында уҡый алаһығыҙ.

Фотолар һәм видеолар М. Сәхәбетдиновтың шәхси архивынан алынды.

Ауыл клубының ысын хужаһы
Ауыл клубының ысын хужаһы
Ауыл клубының ысын хужаһы
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: