+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Март 2022, 16:05

Сулпан – йондоҙ бит ул!

Сәхнәләрҙе тултырып бейей Өршәк һылыуы! Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Сулпан – йондоҙ бит ул!
Сулпан – йондоҙ бит ул!

Сәлимә апай менән Тимерйән ағай Ҡаҙырғол башланғыс мәктәбен тамамлаған төпсөк ҡыҙҙары Сулпанды 5-се класҡа Дәүләкән ҡалаһындағы лицей-интернатҡа уҡырға илтә. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән тиҫтерҙәре менән ҡыҙ тиҙ арала уртаҡ тел таба, әхирәттәре күбәйә, тырышып уҡый. Яңы мөхиткә өйрәнеп китә, дәрестәрҙә ихлас шөғөлләнә, тәрбиәселәренең әйткәндәрен һис һүҙһеҙ үтәй.

Бер ни тиклем ваҡыттан Зәйтүнә Гизам ҡыҙы Заманова етәкселегендәге «Дим ҡарлуғастары» бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай. Бында ҡыҙҙың икенсе һулышы асыла. Бейеү уға шул тиклем оҡшай, ихлас шөғөлләнә, һәр хәрәкәтте еренә еткереп башҡарырға тырыша, Зәйтүнә Гизам ҡыҙының әйткәндәрен, өйрәткәндәрен үҙенә һеңдерә бара. Бейеүгә маһир ҡыҙҙы ансамблдең солисткаһы итеп тәғәйенләйҙәр.  Ансамбль район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа даими ҡатнаша, улар сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейей. «Байыҡ» республика телеконкурсында ҡатнашыуҙары менән айырыуса ғорурлана Сулпан. Был конкурс ҡыҙҙарға уғата дәрт-дарман өҫтәй, оҫталыҡтарын арттырырға булышлыҡ итә.   

Бөгөн Сулпан Тимерйән ҡыҙы Кушнарен күп профилле профессиональ колледждың һуңғы курсында уҡый. Ул башланғыс класс уҡытыусыһы буласаҡ. Ә бейеү – уның ғүмерлек тоғро юлдашы. Киләсәктә республика сәхнәләрен шаулатыр әле йәш белгес Сулпан Килмөхәмәтова!

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: