+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2022, 15:45

Мәҙәни мираҫ йылы дауам итә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йыл илебеҙҙә Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителгәйне.

Мәҙәни мираҫ йылы дауам итә
Мәҙәни мираҫ йылы дауам итә

Уның өс айы тамамланды ла инде. Төбәктә халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә, уны киләсәк быуындарға ҡалдырыуға йүнәлтелгән саралар ойошторолоп тора. Бынан тыш,  ауыл-ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа,  төрлө милләт халыҡтарының  «Кис ултырыу», «Бәпес туйы», «Никах», «Ҡышты оҙатыу» кеүек һәм башҡа йолалары сағылдырылған төрлө байрамдар үткәрелә. Һәр милләттең үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, кейемдәре, аш-һыуы.

Юҡҡа ғына күп милләттәр йыйылған ошондай байрамдарҙы сәскә гөлләмәһенә тиңләмәйҙәр бит. Был гөлләмәне һулытмайынса, йәштәребеҙ күтәреп алһын, өлкәндәрҙән күреп өйрәнеп ҡалһын тигән маҡсатта иғлан иткән дә инде Президентыбыҙ Мәҙәни мираҫ йылын.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: