-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2022, 09:15

Мейес сығарыусылар... Хөсәйендә йәшәй!

Сәхнә түрен биҙәп ултырған ап-аҡ мейес матур хәтирәләр уятты. Ә сығарыусыһы кем? Уның исеме-шәрифтәре беҙҙең сайтта.

Мейес  сығарыусылар... Хөсәйендә йәшәй!
Мейес сығарыусылар... Хөсәйендә йәшәй!

«Халыҡ таланттары»  район смотр-конкурсына быйыл хөсәйендәр бик тә үҙенсәлекле сығыш әҙерләгән. Клуб мөдире Гөлсәсәк  Сәһәрйәрова уның өсөн махсус рәүештә «мейес сығарған», сөнки уларҙың  жюриға күрһәткән сығышы  «Яңы мейес йылыһы» тип аталды.

Бының өсөн алдан ҙур әҙерлек эше алып барыла. Гөлсәсәк Вәрис ҡыҙы һыуытҡыстың ҙур ҡабынан мейестең нигеҙен яһай. Артабан бәләкәсерәк ҡаптан утын яғыу өсөн  мейес ауыҙы яһала, мөрйәһе ҡуйыла, водоимульсионка менән буятып та ебәргәс, бынамын тигән ап-аҡ мейес хасил була. Самауыр торбаһы ҡуйырға уйым да яһала. Артабан инде ауылдағы өлкән инәйҙәрҙә, еңгәләрҙә ҡомартҡы урынына ҡалған ҡыҫҡыс, киҫәү, ҡуҙ төшөрөргә суйын килеп ултыра. Яғырға утын индерелә. Хөсәйендәрҙең сығышы шул тиклем тәбиғи килеп сыға, ысынбарлыҡтан бер нимәһе менән дә айырылмай. Уларҙың үҙ-ара ғәҙәти итеп аралашыуы, яңы мейес эргәһендә бөтөрөлөүҙәре сәхнәлә түгел, көндәлек тормошобоҙҙағыса барғандай тойола.  

Күрше-тирә,  әхирәттәр, өлкән инәйҙәр яңы мейестә бешкән икмәктән, мейес плитәһендә бешерелгән белендән ауыҙ итергә саҡырылды. Рәфиҙә инәй Абдрахманованың белене телде йоторлоҡ ине. Яңы мейесте ҡотлап, хужаларға бәрәкәтле, мул тормош теләп, Тәңилә Кәлимуллина тыпырҙатып бейергә төшөп китте, Раушания Марҙанова, Рәүиә Насырова, Таңһылыу Гилдина,  Фәрзәнә Кәлимуллина  моңло йырҙарын бүләк итте. Йәнле, йәмле, үҙенсәлекле тамаша жюри ағзаларына бик тә оҡшаны.  Тарихыбыҙҙың бер өлөшө сағылдырылды унда. Йәштәр өсөн айырыуса кәрәкле ошондай сәхнәләштерелгән күренештәр.

Нурия Сәһәрйәрова башҡарыуында Зифа Нагаеваның «Ауыл мейесе» йыры аҫтында залда ултырыусы апайҙар  иртә таңдан утын  яғып, көл түгеп  көн иткән мәлдәрҙе хәтерҙәрендә яңыртып, был яҡтарҙа мейес сығарыу оҫталығы менән дан алған олатайҙарҙың исемдәрен йәнә бер ҡат иҫкә алды.   

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: