-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Апрель 2022, 20:17

"Тамыр"ға - 30 йәш

Респулика балаларының яратҡан телеканалы кескәй тамашасыларҙы үҙенең юбилей концертына йыйҙы. «Тамыр»ға быйыл 30 йыл тулды.

"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш

Туған телгә, туған йолаларға нигеҙләнгән тәрбиә иң тәбиғи һанала, баланың эске донъяһы, алған тәрбиәһе менән ауаздаш булып тора. Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан»телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» телеканалының күп йыллыҡ эш тәжрибәһе быны асыҡ дәлилләй. Туған телдә һөйләшеүсе, тапшырыуҙарҙы алып барыусы тиҫтерҙәре миҫалында меңәрләгән бала башҡорт телендә аралаша.

Респулика балаларының яратҡан телеканалы кескәй тамашасыларҙы үҙенең юбилей концертына йыйҙы. «Тамыр»ға быйыл 30 йыл тулды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хатта ҙур залы ла шул айҡанлы уҙған тамашаға килергә теләүселәрҙе һыйҙыра алманы. Конйертты исемдәре билдәле, бәләкәй саҡтарында «Тамыр»ҙың тәүге алып барыусылары булған өлкәндәр һәм бөгөнгө тапшырыуҙар өҫтөндә эшләүсе кескәйҙәр алып барҙы. Улар – билдәле Тыртыр – Фирҙәт Ғәлиев һәм биш йәшлек Асель Баҙранова, бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов һәм туғыҙ йәшлек Азалия Хисмәтуллина, композитор, музыкант Шәүрә Сәғитова һәм биш йәшлек Арыҫлан Сафин, телеканалдың режиссеры Ләйсән Мәжитова һәм ун йәшлек Искәндәр Йосопов, телеканалдың редакторы Гөлгөнә Бәҙретдинова һәм ете йәшлек Арыҫлан Вәлиев. Концерт өсөн махсус ун дүрт йыр яҙҙыртылған. Уларҙың һәр ҡайһыһы артында «Тамыр» телеканалының сағыу тарихы ята. Балалар телеканалдың яуаплы репертуар әҙерләү буйынса ҡатмарлы эште лайыҡлы башҡарып сыҡҡан вокаль студияһы сығышын айырым йылылыҡ менән ҡабул итте. Рәсүл һәм Ильяс Ҡарабулатовтар, Венер Камалов  башҡарған йырҙар ҙа тамашасылар күңеленә хуш килде. Диләрә Иҙрисова, Гәлсәр Байғусҡарова, Илнур Рамазанов, Сабина Кучаева кеүек «Тамыр»ҙа үҫкән йырсыларға ҡушылып бөтә зал йырланы. КӘбйәлил районынан «Алтынай» , Стәрлетамаҡтан «Торатау», Өфө районы Шамонин ауылынан «Дарман», Өфөнән «Йондоҙло экспресс», башҡортостандың төрлө районынан килгән «Сулпылар» телеконкурсы лауреаттары, Сибайҙан «Байыҡ» конкурсы лауреаты Мәликә Байғужина,  «Ҡош юлы. Балалар» телепроек геройҙарның сығыштары  концерт программаһының биҙәлеше булды. Концерт программаһы өҫтөндә режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ишемғолова, рәссамдар Айгөл Бикбаева,  Альбина Шәһретдинова, Гөлназ Минһажева, композитор- аранжировщик Айҙар Хәмзин, тауыш режиссерҙары, редакторҙар, режиссер ассистенттары көс һалды«Тамыр» балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә һоҡланғыс байрам – туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе тәбрикләү байрамы бүләк итте, - тип концерттан һуң үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Азат Баҙранов. – «Тамыр»ҙың беҙҙең балаларҙың тәрбиәһенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Телеканал командаһы балаларға рухи ҡиммәттәрҙе еткереү өсөн аңлайышлы, заманса ысулдар таба белә. Бөгөн Асель ҡыҙым сәхнәлә алып барыусы булды, һәм мин концертты залдан, атай булараҡ ҡараным. Ҙур эш башҡарған ҡыҙым өсөн дә, башҡа кескәй артистар өсөн дә шатландым да, тулҡынландым да.

Концертҡа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты  рәйесе Юлдаш Йосопов килде.

- Беҙҙең бәләкәй телетамашасыларыбыҙҙы яҡындан күреү, күҙҙәренә ҡарау һәм ихлас ҡыҙыҡһыныу күреү – беҙҙең өсөн бик мөһим, - ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – 30 йыл дауамында иң талапсан тамашасы – балалар өсөн кәрәкле булып ҡала алыуыбыҙҙы аңлау айырыуса ҡыуаныслы.

Луиза Азамат ҡыҙына һәм «Тамыр»ҙың башында торған бөтәһенә, шулай уҡ бөгөнгө юғары профессиональ сифаттарға эйә йәш быуын командаһына рәхмәттәремде еткерәм. Беҙ изге һәм мөһим эш башҡарабыҙ. Быны бар күңелебеҙҙе биреп, аһәңле итеп башҡарабыҙ. Һәм балалар был йылыны инде 30 йыл дауамында тоя.

Балалар студияһы булараҡ «Тамыр» 1992 йылдың 2 мартында булдырыла. 2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабелле селтәрҙәрендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тәүлек әйләнәһенә эшләй башлай. Телеканалдағы тапшырыуҙарҙың күбеһен үҙебеҙ сығарған, шулай  уҡ башҡорт теленә тәржемә ителгән анимацион һәм документаль фильмдар тәшкил итә. Бөтә Рәсәй киңлегендә «Тамыр» телеканалы туған тел һәм мәҙәниәткә нигеҙләнгән тәрбиәнең сағыу  өлгөһө булып тора. Бөтә Рәсәй буйынса «Тамыр»ҙы юғары контент етештергән һөнәри оҫтахана булараҡ беләләр. Балалар телеканалында етештерелгән фильмдар һәм тапшырыуҙар тиҫтәләгән халыҡ-ара конкурстары еңеүселәре булды. «Тамыр» телеканалы иҫәбендә Рәсәйҙең «ТЭФИ-регион» юғары телевизион премияһының туғыҙ Бронза һыны бар. 2016 йылда «Тамыр» «Алтын нур» милли премияһының спутник, кабель һәм интернет-телевидениеһы өлкәһендә «Балалар телеканалы» номинацияһында еңеп сыҡты. Һуңғы йылдарҙа «Тамыр» яңырыш осоро кисерә - ҙур булмаған төбәк бюджеты иҫәбенә үҙенсәлекле ҙур күләмле  проекттар әҙерләй. Үҫмерҙәр өсөн  «Бирешмә!», «Ышан» тигән телевизион, «Нурбостан» исемле анимацион сериалдар, «Елкән» Беренсе башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы, «Бирешмә!» тигән Беренсе балалар премияһы, «Бишек» исемле бишек йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы, «Ҡош юлы.Балалар» тигән йәш бардтар конкурсы, документаль фильмдар, төрлө конкурстар, әкиәттәр... «Тамыр» телевизор сиктәрен үтеп сыҡты – йәмғиәттә әһәмиәтле күренешкә, тормош мәктәбенә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шатлыҡ сығанағына, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн ҙур терәк һәм ярҙамсыға әйләнде. Балалар бөтә теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы әҙерләүҙә лә ҡатнаша.

«Стерх» Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты (генераль директорыЮлия Николаевна Герасимова) һәм «Румикс» фәнни-етештереү фирмаһы (етәксеһе Минзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова) йылдың-йылы беҙҙең бағыусыларыбыҙ булып ҡала

"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
"Тамыр"ға - 30 йәш
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: