+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Май 2022, 18:00

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

Башҡортостан йырсыһы халыҡ-ара сәхнәлә республика исеменән  сығыш яһаны

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!
Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

Әлфиә Ниғмәтуллина халыҡ-ара сәхнәлә сығыш яһаны һәм «Central Asia’s Got Talent» шоуының ярымфиналына сыҡты.

Әлфиә Ниғмәтуллина «Central Asia’s Got Talent» шоуында ҡатнашҡан Рәсәйҙең берҙән-бер йырсыһы булды. Ҡыҙ Үҙәк Азия илдәрен шаҡ ҡатырҙы.

Хөрмәтле яҡташтар, 7 майҙа «Aitu» ҡушымтаһы аша инеп https://i2.app.link/cagt_vote_app_aitube  һылтанмаһы буйынса ватандашыбыҙ Әлфиә өсөн үҙебеҙҙең тауышыбыҙҙы бирәйек!

Әгәр һылтанма асылмаһа, «Aitu» ҡушымтаһын үҙегеҙҙә һаҡларға, теркәлергә, уң яҡтағы өҫкө мөйөштәге «Aitu Apps» менюһына баҫырға, «СAGT тауыш биреү» бүлегенә үтергә һәм Әлфиә Ниғмәтуллина өсөн үҙегеҙҙең тауышығыҙҙы бирергә кәрәк.

Финалға кем үтәсәген тап тамашасылар хәл итә.

«Туймазы хәбәрҙәре» материалдарынан.

abzelil.com фотоһы.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: