+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Июль 2022, 10:23

«Нацинальность. ru» тигән яңы шоу

Яңы «Национальность.ru» тревел-шоуы Башҡортостан халҡына бер-береһен яҡшыраҡ белергә ярҙам итәсәк

«Нацинальность. ru» тигән яңы шоу
«Нацинальность. ru» тигән яңы шоу

Башҡортостанда 160-тан ашыу халыҡ вәкиле дуҫ, татыу йәшәй, республика халҡы 150 телдә һәм диалектта һөйләшә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 193-тән ашыу халыҡ һәм 277 тел һәм диалект иҫәпләнә.

Рәсәй халыҡтары телдәрендә «мин һине яратам»тигән һүҙҙәр нисек яңғырай? Беҙ бер - беребеҙҙең йолаларын һәм ғөрөф - ғәҙәттәрен яҡшы беләбеҙме? Телетапшырыуҙар алып барыусылар һәм блогерҙар Иван Чуйков, Екатерина Мускатина Александр Соколов менән«Нацинальность. ru» тигән яңы шоу ошо хаҡта һөйләй. Шоу сиктәрендә улар илдең төрлө мөйөштәренә барып, халыҡтар тураһында стереотиптарҙың ни тиклем дөрөҫ булыуын асыҡлай. Программала - урындағы аш-һыу, милли кейемдәр, бейеүҙәр һәм һөнәрҙәр тураһында иң ҡыҙыҡлы факттар.

Тапшырыуҙарҙың туғыҙ сығарылышы донъя күрҙе лә инде. Проект авторҙарының планында - Рәсәй халыҡтары тураһында хикәйәләр менән йөҙҙән ашыу серия эшләү.

- https://vk.com/nationalityru
- https://zen.yandex.ru/nationalityru
- https://www.youtube.com/channel/UCDlYDrt0ZEaSQ9yQ5tCw..
- https://rutube.ru/channel/25309004/
- https://ok.ru/group/61675090804821 һылтанмалары аша башҡа мәҙәниәттәрҙе ҡарай һәм улар  менән таныша алаһығыҙ.

Һәм, әлбиттә, ижади төркөмдө Башҡортостанда ла көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: