Был турала Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
Граф күле буйында үткән байрам кәзә түшкәһен алыу һәм эйәрҙән этеп төшөрөү буйынса ат-спорт ярыштарынан, шулай уҡ илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән 100-ләп уҡсы ҡатнашлығындағы «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестиваленән башланды.
Бынан тыш, Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға сиктәрендә күп төрлө ярыш буйынса асыҡ чемпионатҡа һайлап алыу этаптары һәм таяҡ тартышыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Иртәгә, 30 июлдә, ҡатнашыусыларҙы «түңәрәк өҫтәлдәр», Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, ат-спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе һәм башҡа саралар көтә.
Сығанаҡ: https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-29/v-baymakskom-rayone-festival-bashkirskoy-loshadi-nachalsya-s-kozlodraniya-2890946