+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Август 2022, 10:30

Данлы яҡташтарҙы иҫкә алып

Ижади кисә уларҙың талантын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйҙы

Данлы яҡташтарҙы иҫкә алып
Данлы яҡташтарҙы иҫкә алып

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 2003 йылдың декабрендә ул арабыҙҙан китеп барҙы. Ошо уҡ дата тағы ла бер танылған яҡташыбыҙ – балалар яҙыусыһы, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаның баҡыйлыҡҡа күскән көнө менән тап килә. Рәсимә Минебулатовна Яңы Яппар ауылы ҡыҙы. Күп уҡытыусылар уҡытып, тәрбиәләп сығарған, балалар өсөн яҙылған китаптары менән танылған Рәсимә Минебулат ҡыҙы 2015 йылдың 23 авгусында вафат булды.

Ике датаның бергә тура килеүе айҡанлы,  райондың мәҙәниәт идаралығы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрһәре менән берлектә  «Дәүләкән ере таланттары» тип исемләнгән иҫкә алыу кисәһе ойошторҙо. Сараға Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты Гөлфирә Ғәскәрова, район кимәлендә эшләп килгән «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары, китапханасылар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.

Йыйылыусылар яҡташ яҙыусыларҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алды, рус, башҡорт, татар телдәрендә шиғырҙар яңғыраны, мәктәп уҡыусыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сығыштары сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: