Календарҙа йөрәктәрҙе тәрән ихтирам хисе менән тултырған, кешеләргә айырыуса иғтибарлы һәм хәстәрлекле булыу, рәхмәт һүҙҙәре әйтеү теләге тыуҙырған көн бар. Ул – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Был көндө өлкән быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү көнө булып тора.
Йола буйынса ошо байрам уңайынан районда төрлө мәҙәни саралар ойошторола. Кисә, мәҫәлән, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика программаһы сиктәрендә район Мәҙәниәт йортонда «Йылдар менән иҫәпләшмәгәндәр өсөн» тигән форум үткән. Унда күрше райондарҙан да делегациялар ҡатнашҡан.
Шулай уҡ 30 сентәбрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы һәм үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ағзалары Исмәғил ауылына барып, өлкән быуын вәкилдәре өсөн «Ғүмер көҙҙәрегеҙ йылы булһын!» тигән концерт программаһы менән сығыш яһаған.
Сара башында ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ринат улы Мөхәмәтғәлин «көмөш» быуын вәкилдәрен байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергән.
Программаны алып барыусы Кифая Минеғолова ла оло быуынға матур ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, уларға ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф һәм оҙон ғүмер теләгәндән һуң, концертты башлап ебәргән. Байрам сараһында был көндө Нина Греценгер, Надежда Полина, Наилә Фазуллина, Гөлзайра Дмитриева, Гөлшат Мөсәлләмова, Фәнил Хәйретдинов , Роман Рогив сығыш яһаған. Улар бүләк иткән моңло йырҙар, төрлө көйҙәр залдағы тамашасыларҙың күңеленә хуш килгән. Улар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмгән, һәүәҫкәр артистарға ҡушылып, үҙҙәре лә йырлашып ултырған. Залда йыйылыусылар сара барған ваҡытта бер аҙға ғына булһа ла мәшәҡәттәрен онотоп торған. Байрам концерты тамамланғас, бөтәһе лә сәй табыны артына йыйылған. Унда ла йырлашып, үҙ-ара һөйләшеп, күңел асҡандар.Сара йылы, дуҫтарса мөхиттә үткән.