+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2022, 22:15

Өфө артистары флешмоб ойошторҙо

Рәсәй Геройы, генерал-майор  М.Шайморатовҡа һәйкәл асылыу уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә теләктәшлек белдереп Өфөлә флешмоб үтте #ПотомкиШаймуратоваСвоихНеБросают #ШайморатовВариҫтарыҮҙебеҙҙекеләрҙеТашламай.

Өфө артистары флешмоб ойошторҙо
Өфө артистары флешмоб ойошторҙо

Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, Өфө артистары флешмоб ойошторҙо. Улар кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа билдәле   «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.

Был сара баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында үтте.  

«Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында «Мираҫ» йыр-бейеү ансамбле, Ҡала мәҙәниәт һарайы, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы, Өфө балалар филармонияһы, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге,  Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы артистары ҡатнашты.

Арт-квадрат майҙансығында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны. 

Ҡарауанһарай алдындағы майҙанда үткән флешмобта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсылары Иҙел Аралбаев, Айгиз Ғиззәтуллин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин ҡатнашты. Уларға М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары ла ҡушылды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:"Даирә" гәзите
Читайте нас: