+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Наркотиктарға-юҡ!
11 Март 2021, 11:15

Бөгөн - Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Ул - 2008 йылда булдырылған һәм йыл һайын 11 мартта билдәләнә.

Ошо осор эсендә Башҡортостандың Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеген уңышлы башҡара.
«Наркотик» грекса ойоп ҡалыу, һиҙемләү бөтөү тигән һүҙ. Наркотиктарға балалар бик тиҙ өйрәнә, психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Нервы системаһы таушала, кеше хәлһеҙләнә. Өс минутлыҡ рәхәтлек өсөн күпме йәш ғүмерҙәр юғала. Тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, кеше кешелеген юғалта. Бик һирәк наркоман ғына 30 йәшкә тиклем йәшәй.
Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ!
Читайте нас: