-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Наркотиктарға-юҡ!
12 Август 2022, 15:15

Суд юлына баҫмаҫ өсөн

Баҡсағыҙҙа нимә үҫеүен күҙәтеүҙә тотоғоҙ

Суд юлына баҫмаҫ өсөн
Суд юлына баҫмаҫ өсөн

Шәхси участкалар территорияһында үҫкән барлыҡ үҫентеләрҙең дә файҙаһы булмауы ихтимал. Ҡайһы саҡта бәләкәй генә үләндең дә закон менән етди проблемалар тыуҙырыуы бар. Мәк һәм киндер -  составында наркотик булған үҫентеләр икәнлеге күптәр һаман да белмәй. Улар Рәсәй территорияһында күҙәтеүгә алынған наркотик саралар исемлегенә индерелгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫегеҙгә төшөрә,  граждандар наркотик сараларҙы алған, һаҡлаған, ташыған, һатҡан өсөн генә түгел, уларҙы законһыҙ рәүештәүҫтергән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шуға үҙегеҙҙең баҡсағыҙҙы тикшереп, составында наркотик булған үҫемлектәрҙе йолҡоп ташлағыҙ.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләкән районы буйынса бүлегенең административ закондың үтәлешен күҙәтеү буйынса өлкән инспекторы Гөлнара Шәймарҙанова белдереүенсә, составында наркотик булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтергән өсөн дүрт  мең һумға тиклем штраф йәиһә ун биш тәүлеккә тиклем административ  арест ҡаралған.

Юридик шәхестәргә йөҙҙән өс йөҙ мең һумға тиклем түләргә тура киләсәк.

Рәсми рәүештә иҫкәрмә алғандан һуң да составында наркотик булған үҫемлектәрҙе юҡ итмәгән кешеләргә ҡайтанан штраф янай.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: