Рәсәй Федерацияһы КоАП-ының 6.8статьяһы
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу ҡаралған.
Рәсәй Федерацияһы КоАП-ының 6.9статьяһы
Наркотик средстволарҙы йәки психотроп матдәләрҙе табип тәғәйенләүенән тыш ҡулланыу өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу күҙаллана.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се бүлеге
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш ҙур күләмдә законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 500 мең һумға тиклем штраф менән бергә 3 йылдан 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза ҡаралған.
Шул уҡ статьяның 3-сө бүлеге буйынса айырыуса ҙур күләмдә башҡарылған шул уҡ ғәмәлдәр өсөн 500 мең һумға тиклем штраф менән бергә 10 йылдан алып 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 228.1 статьяһы
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ рәүештә һатҡан өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған.