+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күргәҙмә асылды

Профсоюздар йортонда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына «Быуындар хәтере» тип аталған күргәҙмә асылды

Картиналар билдәле рәссамдар һәм һәләтле балалар тарафынан яҙылған. Күргәҙмәгә конкурсҡа ебәрелгән 700 ижади эш араһынан һайлап алынғандары ҡуйылған.

Унда өс йәштән 16 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашҡан. Һүрәттәрҙә баш ҡаланың иҫтәлекле һәм Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урындары төшөрөлгән. Экспозицияла шулай уҡ өсмөйөшлө хаттар, фотоһүрәттәр,боронғо документтар урын алған.

Беҙ төрлө темаларға күргәҙмәләр ойоштороп торабыҙ. Был эштәрҙе апрелгә тиклем килеп ҡарарға мөмкин.


Читайте нас: