-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш осоро балаларының хәтирәләре...

Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл ветерандары тураһында үҙҙәре яҙып ҡалдырған хәтирәләренең тағы ла береһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!

Кәримова Мәрйәм Фазулла ҡыҙы

- Мин һуғыш башланғансы уҡ Бәләбәй районы, Һарай ауылында һауынсы булып эш башланым. Ауыл бәләкәй генә, 60 йорттан тора ине. Һуғыш башланғас атайым, ағайым, оло апайым яу ҡырына китте. Ауылдағы йәштәре еткән ир-егеттәрҙең барыһын да һуғышҡа оҙаттылар. Ауылда ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға һәм инвалид бер ағай ғына тороп ҡалды. Хужалыҡта ни ватылһа ла, шул ағайға бара инек. Эш күп, эшсе ҡулдар етешмәй... Көн тимәй, төн тимәй, ҡайҙа кеше етешмәй, беҙҙе шунда эшкә ебәрә торғайнылар. Үҙебеҙҙең картуф баҡсаһын төндә көрәк менән ҡаҙып, картуф ултырта инек. Ул картуфты ла көҙөн үҙебеҙгә вағын ғына ҡалдырып, эреләрен һалым өсөн алып киттеләр. Һарайҙағы һарыҡ-кәзә, һыйыр, быҙауҙарҙы ла һалым итеп түләнек. Ә кешеләргә эшләгән өсөн 200 грамм икмәк бирҙеләр. Ауыл халҡы ас, баҫыуҙарҙа башаҡ, серегән картуф йыйып көн күрҙе. Боҙолған башаҡ ашағанлыҡтан халыҡ араһында танау ҡанай торған сир таралды. Танауҙан ҡан туҡтауһыҙ аға ине лә, кешеләр яҡты донъя менән хушлаша торғайны. Ауылды карантинға яптылар. Беҙҙән 3 саҡрым алыҫлыҡта Ҡаҙанбаш тигән бәләкәй генә ауыл бар ине. Уның бар кешеләре лә был ауырыуҙан (танауҙары ҡанап) үлеп бөттө.

Эй, күрҙек инде михнәтте... Хәҙер тормош яҡшы. Һуғыш йылдарындағы михнәттәрҙе инде ҡартайғанда яңынан күрергә яҙмаһын, балаларыбыҙ күрмәһен!

Читайте нас: