-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш осоро балалары...

Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл ветерандары тураһында үҙҙәре яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙең тағы береһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!

Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл ветерандары тураһында үҙҙәре яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙең тағы береһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!

Вәлиуллина Хәҙисә Зыязетдин ҡыҙы

Миңә 6 йәш тулғас, беҙҙең ғаилә Ҡоръятмаҫтан күрше Алға ауылына күсеп киткән. Йәш сағым колхозлашыу ваҡыттарына тура килде. Халыҡтың йәшәүе яҡшыра ғына башлағайны, һуғыш уттары тоҡанды. Атайым тимерсе булды, шуға уны һуғышҡа алманылар, бронь менән ҡалдырҙылар. Тик Әхәт исемле ҡустым ғына яу яланына китте. Беҙҙе, 16 йәше тулған ҡыҙҙарҙы, тракторсылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Уҡып ҡайтҡас, атайым мине трактор рычагы артына ултыртманы, тик эшләргә кеше бөтөнләй етешмәй башлағас ҡына, рөхсәт итте. Ер һөрҙөк, сәстек, урҙыҡ... Элек урыу эштәре март аҙағына тиклем дауам итә ине. Көн тимәй, төн тимәй, эшләнек тә эщләнек. Икмәкте 200-әр гармм ғына бирә торғайнылар.

Ауылда ир-ат етешмәгәс, улар урынына ауыр эштәргә беҙҙе ҡуштылар. Үҙебеҙҙең дә, колхоз малдарына ла салғы менән сабып, бесән әҙерләнек. Эй, ҡайҙа ғына тир түкмәнек инде... Беҙ йәш ваҡыттарҙа күргәндәрҙе яҙа башлаһаң, тотош бер китапҡа ла һыймаҫ, моғайын. Инде беҙ күргәндәрҙе балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә күрергә яҙмаһын. Бәхетле булһындар.

Читайте нас: