Башҡортостандың 2020 йылға бюджетында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Республика Финанс министрлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына — 25 мең һум, тыл эшсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр 5 мең һум түләнергә тейеш.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҙур саралар ойошторола, улар араһында республикала тәүге тормошҡа ашырылған акциялар бик күп. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар өсөн «шәхси ярҙамсы» социаль хеҙмәте. Мохтаж ветерандар аҙнаһына 16-нан 28 сәғәткә тиклем ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда шундай ярҙамға мохтаж 69 ветеран йәшәй.
Тағы бер яңылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн популяр такси сервисының бушлай хеҙмәттәре. Дөйөм алғанда, улар – 1345 кеше. Айына дүрт тапҡыр республика биләмәһендә такси сервисы хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин, бер тапҡыр йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш.