-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш осоро балалары...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгел, ә әсәләре, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын селпәрәмә килтергән. Уларға ла был дәһшәтле йылдар шаһиты булырға тура килгән.

Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл ветерандары тураһында балалары, ейәндәре яҙып алған хәтирәләрҙең береһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!

Фәйзуллина Рәмилә Ғатаулла ҡыҙы

Минең өләсәйем Фәйзуллина Рәмилә Ғатаулла ҡыҙы 1936 йылдың 28 ғинуарында Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһын һуғышҡа алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға биш балаһын етем итеп, сит яҡтарҙа ятып ҡалырға тура килә. Өләсәйемә ул саҡта ни бары биш кенә йәш була. Ауылда тормош үҙ ағышына дауам итә, әммә инде икенсе төрлө, бөтөнләй элеккесә түгел.

Өләсәйем хәтерләүҙәренән:

«Колхозда, баҫыуҙарҙа бөтә эштәрҙе лә ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар, ҡатын-ҡыҙҙар башҡарҙы. Техника бик аҙ, шуға үгеҙ егеп, баҫыуҙарҙы һөрәләр, иген сәсәләр ине. Бар эштәрҙе лә ҡул көсө менән эшләнеләр: иген сәстеләр, утанылар, урҙылар, көлтә бәйләнеләр, уларҙы эҫкерттәргә һалдылар. Ҡыш буйына ҡатын-ҡыҙҙар шул уҡ үгеҙҙәрҙе егеп, район үҙәгенә иген ташыны. Мәктәп уҡыусыларын баҫыуҙарға ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйырға сығара торғайнылар. Уларҙың бер бөртөгөнә лә тейергә ярамай, алһаң төрмәгә ултырталар ине. Ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар бесән сапты, ҡый үләндәре утаны.

Кистәрен ауыл ҡатындары, ҡыҙҙар берәй йортта йыйылып, фронттағы һалдаттарға ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләне. Тамаҡтар йүнле аш күрмәне. Ас булһалар ҙа, бер кем дә эштән баш тартып торманы...»

Түҙемһеҙлек менән көткән Еңеү көнө етә, әммә күптәргә тыуған яҡтарына һау-сәләмәт ҡайтырға насип булмай.

Минең өләсәйем Ташлы ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Аксен аграр техникумында уҡыуын дауам итә. Унда уға поезд ҡыйыҡтарында барып йөрөргә тура килә. Дөйөм ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәлә һалам тултырылған ҡапсыҡтар өҫтөндә йоҡлап йөрөйҙәр.

1957 йылда техникумды тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған өләсәйемде Зианчура районына эшкә ебәрәләр. Оҙаҡламай яҙмыш өләсәйемде Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып-үҫкән Фәйзуллин Илһам менән осраштыра һәм 1958 йылда улар өйләнешә. Килен булып төшкәндән һуң тәүге йылдарҙа өләсәйем агроном булып хемәт һала, ә 1964 йылдан алып һатыусы булып эш башлай.

Олатайым менән улар ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Хәҙер инде өләсәйем хаҡлы ялда, оло улы Илдустың ғаиләһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Читайте нас: