+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 15:30

Уҡыусыларҙың башланғыстарын яҡлау маҡсатында

Йәштәрҙе дәртләндереү мөһим

Уҡыусыларҙың башланғыстарын яҡлау маҡсатында
Уҡыусыларҙың башланғыстарын яҡлау маҡсатында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә мәктәп уҡыусыларының башланғыстарына нигеҙләнгән маҡсатлы бюджет проекттарын тормошҡа ашырыу һәм төбәк муниципалитеттарында предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2021-2024 йылдар дауамында урындағы бюджеттар ошо йүнәлештәр буйынса проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидиялар аласаҡ.

Уҡыусыларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыуға маҡсатлы бюджет сығымының дөйөм күләме йыл һайын 30 миллион һум тәшкил итәсәк, ә бер проект өсөн 500 мең һумғаса субсидия ҡаралыуы мөмкин. Быйыл конкурс һайлап алыуында Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлебаш, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә райондары, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары ҡатнаша.  

Муниципаль белем биреү учреждениеларындағы предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереүгә йыл һайын 10 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, бер проектҡа ҡаралған сумма 2 миллион һумғаса тәшкил итә. Быйыл был йүнәлештәге конкурс һайлап алыуында Белорет һәм Учалы райондары, Күмертау, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары ҡатнаша.

Быйылғы конкурс еңеүселәре аҡсаны 2022 йылдың 1 апреленә тиклем маҡсатҡа ярашлы тотоноп, 2022 йылдың 1 майына тиклем отчет бирергә тейеш.

                                                                                   

Автор:
Читайте нас: