-7 °С
Ҡар
Шишмә районының Ҡаран-Йылға ауылында балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында янғын сыҡҡан. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, уйнап йөрөгән балалар һаламға ут төртә һәм ҡапылдан көсәйеп киткән ялҡын йортҡа күсә.
Өлкәндәр балаларға шырпы менән уйнау бәләгә килтереүен даими аңлатып, иҫкәртеп торһа ине. Тышта көҙ, кешеләр ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләп бөттө. һәр ихатала һалам, бесән өйөлөп тора. Шуға айырыуса ҡурҡыныс. Балалар ҡура тирәһендә йөрөй икән, мотлаҡ аңлатырға кәрәк. Бөгөн-иртәгә ҡар яуырға торғанда урамда ҡалған кешеләр йәл...