+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2021, 16:50

Ваҡытында асыҡланған яман шеш уңышлы дауалана

Онкология сире менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау Бөтә Рәсәй проекты республиканың гүзәл заттарын фотосессияла ҡатнашырға саҡыра.

Ваҡытында асыҡланған яман шеш  уңышлы дауалана
Ваҡытында асыҡланған яман шеш уңышлы дауалана

республиканың гүзәл заттарын фотосессияла ҡатнашырға саҡыра.
“Химия булды, әммә беҙ ташлаштыҡ”- тигән Бөтә Рәсәй проекты фототерапияны психологик ярҙам булараҡ файҙаланып, онкология сирле пациенткаларҙы уңышлы дауалау һәм реабилитацияға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Кампания онкология диагнозы ҡуйылған кешеләрҙә ялған стереотиптарҙы һындырыу һәм ҡурҡыуҙан арындырыу, йәмғиәттә бындай категорияға ҡарата рәхимлелек тойғоларын уятыуға йүнәлтелгән.
Декабрҙә Өфөлә тәүге фотосессия уҙғарыла. Бының өсөн сайт һылтанмаһына үҙеңдең тарихыңды ебәрергә мөмкин. http://мояфототерапия.рф.
Героиняларҙың фотолары 2022 йылдың яҙында Өфөлә үтәсәк күргәҙмәнең нигеҙенә алынасаҡ. Улар проекттың сайтына ҡуйыласаҡ.

Ольга Павлова,проект авторы, фотограф:
Уларҙың тауыштары нығыраҡ яңғыраған һайын, йәмғиәттә лә ул яҡшыраҡ ишетеләсәк. Проекттың географияһы тағы киңәйә һәм мин команданың Өфө ҡалаһында йәшәүсе ағзаларын сәләмләйем. Республикала был проект” Ҡатын-ҡыҙ – бәхет биләмәһе” мәрхәмәтлек фонды, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Белая роза” ҡатын-ҡыҙ һаулығы үҙәге, йәмәғәт ҡатын-ҡыҙ ойошмалары яҡлауы менән ойошторола”.

Яман шеш сире – йәмғиәттә йәшереп тотола. Башлыса онкология сире ҡуйылған кешеләр ҙә уның менән бүлешмәй, һыҙланыуын, ярҙамға мохтажлығын үҙендә тота. Айырыуса был ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың миллион ярымы ямаш шеш сире менән яфалана. Пациенттарҙың 80 проценты психологик ярҙамға мохтаж. Ҡасан да булһа донъялағы һәр алтынсы ҡатын- ҡыҙ онкология сиренә дусар буласаҡ. Шул мәлдә уға яҡындарының ярҙамы, хәстәрлеге һәм дауаланыуға ыңғай ҡарашы кәрәк буласаҡ.

“Химия булды, әммә беҙ ташлаштыҡ” проекты сиктәрендә “Минең фототерапиям” сайтына ямаш шеш сирен еңгән йәки уңышлы дауаланыу алып барған ҡатын- ҡыҙҙарҙың тарихы биреләсәк.

Бәйләнеш өсөн телефон һандары- 919- 618-19-88

Автор:
Читайте нас: