-7 °С
Ҡар
Ошо коронавирус менән сирәгәндән бирле сәсемдең ҡойолоуы... Полиэтилен тоҡсайҙың яртыһынан артты инде мин йыйған сәстәр, услап сыға. Хаҡлы ялға сығып, рәхәтләнеп ял итермен тип ҡыуанып йөрөгән саҡта ошо коронавирус тигән зәхмәт килеп килеп сығыр ҙа, аяҡтан йығыр тип кем уйлаған. Баштараҡ ышанманым. Был сир мине урап үтер, беҙгә бөтөнләй ҡағылмаҫ тип уйлай инем. Ярты үлеп терелдем тиһәң дә була. Өйгә үҙ аяҡтарымда ҡайтырыма ышанмай ҙа башлағайным. Врачтарға рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Әле реабилитация осорон үтәм.
Редакция эше буйынса сираттағы сәфәремә барғанда оҙаҡ йылдар китапханала эшләгән апай шулай тип һөйләне.