Вакцина тураһында төрлө уйҙырмалар йөрөй. Кемдер уның эҙемтәләре насар булыуы менән ҡурҡыта, икенселәр йәнә ниндәйҙер уйҙырма сығара.
Медицина хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатҡан кешеләр сирҙе еңелерәк кисерә тип белдерә. Бының шулай икәнлегенә үҙ миҫалында инаныусылар юҡ түгел. Ковидты ҡайҙа, нисек йоҡтороу ихтималлығын берәү ҙә белмәй, шуға прививка яһатыусылар үҙҙәрен күпкә ышаныслыраҡ тоя. Туймазы ҡалаһында йәшәгән әхирәтем интернет селтәрендәге төрлө уйҙармаларға ышанып, вакцина яһатырға ҡурҡып йөрөнө. Йәнәһе, иммунитет ҡаҡшай, организм көсһөҙләнә. Әммә сир үҙенекен итә, берҙән-бер көндө әхирәтем ковид менән дауаханаға эләкте. Айға яҡын дауаханала ятты. Хәҙер инде уның вакцинацияға ҡарашы бөтөнләй икенсе. Кеше һүҙенә ҡарамай, оҙаҡҡа һуҙмай яһатаһы ҡалған икән, ти ул.