-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2021, 09:35

Юлдарҙа боҙлауыҡ, водитель, уяу бул!

Беҙҙе өйҙә  көтәләр - шуны иҫтән сығармағыҙ

Юлдарҙа боҙлауыҡ, водитель, уяу бул!
Юлдарҙа боҙлауыҡ, водитель, уяу бул!

Быйылғы декабрь бик үҙенсәлекле: уның ике аҙнаһы ямғырҙары менән дә аптыратты, ҡары менән дә шатландырҙы, тәүге һалҡындар менән дә таныштырҙы. Һауа шарттарының ошолай тороуы арҡаһында Дәүләкәндә генә түгел, ә тотош республикала юлдар боҙ менән ҡапланды. Боҙлауыҡты, әлбиттә, бер кем дә: йәйәүлеләр ҙә, транспорт саралары водителдәре лә яратмай. Шулай булмай, был осорҙа ғәҙәттә йығылып йәрәхәттәр һәм имгәнеүҙәр алған кешеләр һәм, әлбиттә, авариялар һаны арта.
Коммуналь хеҙмәттәр ҡыш башланыу менән боҙлауыҡҡа ҡаршы көрәшкә сыға. Дәүләкәндә был эш менән «Горкомсервис» муниципаль унитар предприятиеһы шөғөлләнә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре юлдарға тоҙ-ҡом ҡатнашмаһы һибә. Тәү сиратта - үҙәк урамдар һәм юл саттарына, һуңынан мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм башҡа социаль әһәмиәттәге объекттарға барыу юлдарына иғтибар бирелә. Күп фатирлы йорттар эргәһендәге территорияларҙың торошо өсөн идара итеүсе компаниялар яуап бирә, ә Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау участкаһы райондағы трассалар һәм юлдарға тоҙ-ҡом ҡатнашмаһы һибә.
Әлбиттә, йылдың был ваҡытында водителдәр иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Юлдарҙағы авариялар уларҙың транспорт сараһы менән идара иткәндә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенә бәйле. Автомобиль юлдарының хәүефле урындарына айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләкән районы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Елена Петрова әйтеүенсә, Дәүләкән ҡалаһында айырыуса хәүефле участкалар асыҡламаған. Аварияларҙың күпселеге трассаларҙа була. Мәҫәлән, Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлы участкаларында 2021 йылда дүрт (уҙған 2020 йылда – биш) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа зыян күреүселәр ҙә бар. Авариялар була торған участкаларҙың тағы берәүһе – Дәүләкән-Талбазы трассаһы. Быйыл һәм уҙған йылда унда дүртәр авария булған.
«Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын күҙәтмәү арҡаһында була, - тип һөйләй Елена Петрова. – Йыш ҡына тиҙлекте арттырыу һөҙөмтәһендә водитель автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалта».
Ҡағиҙә булараҡ, ҡайһы берҙә руль артында ултырыу стажының күпме булыуы бөтөнләй мөһим түгел. Юлда оҫта водителде лә, яңы ғына йөрөй башлағанды ла «әйләндереп алып китеүе» бар. Авария булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында райондың иң оҫта водителдәренең береһе, мәктәп автобустары водителдәре араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса район конкурсы еңеүсеһе һәм республика этабы ҡатнашыусыһы, Суйынсы ауылынан Владимир Андреев һөйләй. Ул 30 йылдан ашыу руль артында: тәүҙә әрмелә хәрби водитель булараҡ башлап, тәжрибә туплаған, һуңынан колхозда эшләгән. Шул ваҡытта уҡ йәш булыуына ҡарамаҫтан уға иң ҡатмарлы, мәҫәлән Урал тауҙары аша үткән, рейстарҙы ла ышанып тапшырғандар.
«Мин төрлө машиналарҙа йөрөнөм: КамАЗдар, ПАЗиктар, еңел автомобилдәрҙә. Хәҙер 11 йыл инде мәктәп автобусы менән идара итәм. Юлдарҙа төрлө хәлдәр булды. Иң мөһиме, водителдең үҙе, пассажирҙары, юл хәрәкәтенең башҡа ҡатнашыусылары алдында яуаплы икәнлеге тураһында иҫенән сығармауы, тип иҫәпләйем. Юл билдәләрен, тиҙлек режимын күҙәтеү, руль артында телефондар менән мауыҡмау – тәү ҡарашҡа ябай ғына ҡағиҙәләр, әммә улар хәүефһеҙлектең нигеҙе булып тора.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: