+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
13 Июнь 2018, 12:27

Хеҙмәт кешеһе

Марина Велесик 1963 йылдың 11 июнендә донъяға килә. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Атаһы Леонид Игнатович милләте буйынса белорус, ә әсәһе Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы сығышы менән Ҡазан татарҙарынан. Медицина институтын тамамлағандан һуң, Леонид Игнатович йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһенең Талица ҡалаһына эшкә ебәрелә. Йәш ҡыҙ Тәнзилә иһә Свердловск фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлап, тап ошонда эшләп йөрөй. Егет менән ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була.

Марина Велесик 1963 йылдың 11 июнендә донъяға килә. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Атаһы Леонид Игнатович милләте буйынса белорус, ә әсәһе Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы сығышы менән Ҡазан татарҙарынан. Медицина институтын тамамлағандан һуң, Леонид Игнатович йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһенең Талица ҡалаһына эшкә ебәрелә. Йәш ҡыҙ Тәнзилә иһә Свердловск фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлап, тап ошонда эшләп йөрөй. Егет менән ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була.
Тәғәйен ваҡыт эшләгәс, йәштәр Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһына күсеп киләләр, һуңынан Дәүләкәндә төпләнәләр.
-Ағайым Владимир Талица ҡалаһында, ә мин Дәүләкәндә тыуғанмын, - ти Марина Леонидовна.
Леонид Игнатович табип булараҡ үҙ урынын тап ошонда таба. Уны «алтын ҡуллы хирург» тип йөрөтәләр, ул рентгенолог та була. Шуға күрә Марина ла һөнәр һайлағанда икеләнеп тормай. В.П. Ферапонтов исемендәге 2-се урта мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ медицина институтына уҡырға инә.
Табиптар династияһы дауам итергә тейеш, тип уйлай ул. Һәм, ысынлап та, был һөнәр ғаилә династияһына әйләнә. Ҡыҙы Татьянаның да Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлауын билдәләп үтергә кәрәк. Бөгөн ул ошо уҡыу йортонда белем бирә, шул уҡ ваҡытта реабилитация үҙәгендә эшләй.
Марина Леонидовнаның медицина өлкәһендәге дөйөм хеҙмәт стажы утыҙ йыл. Уларҙың бер тиҫтәһен стоматолог булып эшләй. М. Велесикты стоматологияны үҫтереү буйынса республика проектына индергәндәр. Был проектҡа ярашлы яңы ҡорамалдар ҡайтартыласаҡ. Шул сәбәпле бәләкәй ҡалаларға һәм район үҙәктәренә йәш белегестәр эшкә ҡайта башлаған.
Буш ваҡыттарында Марина музыка тыңларға ярата. Үҙе музыка мәктәбен тамамлаған, фортепианола уйнай. Үҙ алдына Алтай ҡумыҙында уйнараға өйрәнгән, хәҙер иһә гитара менән ҡурайҙы үҙләштерә һәм ул мотлаҡ был музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнер, тип ышанам.
Оҫта табип булыу менән бер рәттән ҡул эштәренә лә маһир, ул бик матур һәм зауыҡлы башлыҡтар бәйләй. Мәҫәлән, уларҙың ҡайһы берҙәре ҡоштарға, икенселәре йәнлектәргә оҡшатып эшләнгән. Бындай башлыҡтарҙы балалар рәхәтләнеп кейә. Төрлө формаға индереп тегелгән йәки бәйләнгән сумкалар дә хужабикәләрнең күңеленә хуш килерлек. Сигеүле мендәрҙәр һәр йортҡа йәм өҫтәйәсәк. Ә инде күҙҙең яуын алырлыҡ түбәтәйҙәр! Уларҙыү ҡайһы берәүҙәре бәйләп, икенселәре тегеп эшләнгән. Ләкин һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас ҡабатланаҫ биҙәктәре бар. Ҡайһы бер түбәтәйҙәрҙе хужабикә магазиндан һатып алып, төрлө таштар менән биҙәгән. Сәйлән менән сигелгән картиналары, паннолары күҙҙең яуын ала, ул хатта иконалар ҙа сигә. Марина Леонидовнаның туҡыу станогы ла бар. Киләсәктә ул күргәҙмәләр ойошторорға, белгәндәрен йәштәргә өйрәтергә хыяллана. Мин уның бөтөн хыялдары тормошҡа ашыуын теләйем.
Читайте нас: