+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
22 Июнь 2018, 12:15

Аҡ халатлыларға арналды

Район Мәҙәниәт йортонда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта донъялағы иң изге һөнәр эйәләренә ҡарата күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны

Район Мәҙәниәт йортонда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта донъялағы иң изге һөнәр эйәләренә ҡарата күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны
Залда йыйылыусыларҙы тәбрикләп, хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов медицина хеҙмәткәрҙәренең иңендә үҙҙәренең пациенттарының ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ ятыуын, ә был иһә төплө белем һәм һөнәри күнекмәләр генә түгел, кешелекле, изге йөрәкле булыуҙы талап итеүен билдәләне. Ул Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы коллективының халыҡҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән эшен ыңғай баһаланы, шулай уҡ Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте тарафынан тормошҡа ашырылған, халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән программалар һәм проекттар тураһында һөйләне.
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы баш врачы А.Ә. Салауатов медицинаның халыҡтың именлеге хаҡына йүнәлтелгән хеҙмәт булыуын билдәләне. Ул үҙенең ҡарамағында булған учреждениеның бөгөнгөһө тураһында һөйләне, һуңғы ваҡытта коллективтың йәш көстәр менән тулыланыуын, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыу буйынса планда ҡаралған эштәрҙең барыһы ла үтәлеүен билдәләне. Дауахананың төп бинаһында ремонт эштәре бара, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға айырыуса иғтибар бирелә, заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла.
Алҡышлауҙар аҫтында коллегалары, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантаналы сараның иң матур өлөшө булды. Ҡалабыҙ һәүәҫкәрҙәре тарафынан башҡарылған музыкаль номерҙар яҡшы кәйеф бүләк итте.
Читайте нас: