-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
16 Октябрь 2018, 12:18

Врачтар ҙа, пациенттар ҙә ҡәнәғәт

Медицина хеҙмәтләндереүен юғары кимәлгә күтәреүҙә заманса медицина ҡорамалы ярҙамға килә. Беҙҙең ҡаланың поликлиникаһына мотлаҡ медицина страхованиеһының страховка запасы аҡсалары иҫәбенә алынған стоматология ҡоролмаһы алынды. Ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән дә инде. Унда эшләү тәжрибәле һәм квалификациялы теш врачтарының береһе Оксана Васильевна Башлыковаға ышанып тапшырылған.

Медицина хеҙмәтләндереүен юғары кимәлгә күтәреүҙә заманса медицина ҡорамалы ярҙамға килә. Беҙҙең ҡаланың поликлиникаһына мотлаҡ медицина страхованиеһының страховка запасы аҡсалары иҫәбенә алынған стоматология ҡоролмаһы алынды. Ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән дә инде. Унда эшләү тәжрибәле һәм квалификациялы теш врачтарының береһе Оксана Васильевна Башлыковаға ышанып тапшырылған. Доктор Башлыкованың стажы егерме йылдан ашыу, был йылдар эсендә уға ҡарата бер ниндәй дәғүә булмаған. Мөләйем, намыҫлы, пациенттарына иғтибарлы врач үҙенең хеҙмәте өсөн иң юғары награда тип кешеләргә ярҙам итә алыуын, уларҙы ауыртыуҙан ҡотҡарыуын һанай.
- Ҡоролма бик шәп, - ти стоматология бүлексәһе мөдире Асия Ғәфүр ҡыҙы Нурисламова. – Уңайлы, сифатлы итеп эшләнгән, бөтә кәрәкле инструменттар ҡул аҫтында. Врачтар ҙа, пациенттар ҙа ҡәнәғәт. Беҙҙең ихтыяждарыбыҙға иғтибарлы булғандары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: