-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
21 Декабрь 2018, 12:21

Һәр операция мөһим

Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Азамат Хәсәновтың эш көнө тәүлек әйләнәһенә дауам итә тиһәң һис яҙыҡ булмаҫ. Барлыҡ табиптарҙыҡы кеүек үк, уның да эш режимы тығыҙ. Ауырыу һорап тормай, кешегә теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Өҫтәүенә ошондай бүлектә эшләгән кешегә. Бында бер көн икенсеһенә оҡшамаған, ҡайһы саҡта кеше ғүмере минуттар менән түгел, секундтар менән иҫәпләнгән мәлдәр була. Табиптар уларҙы донъяға ҡайтарған саҡтар аҙ түгел.

Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Азамат Хәсәновтың эш көнө тәүлек әйләнәһенә дауам итә тиһәң һис яҙыҡ булмаҫ. Барлыҡ табиптарҙыҡы кеүек үк, уның да эш режимы тығыҙ. Ауырыу һорап тормай, кешегә теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Өҫтәүенә ошондай бүлектә эшләгән кешегә. Бында бер көн икенсеһенә оҡшамаған, ҡайһы саҡта кеше ғүмере минуттар менән түгел, секундтар менән иҫәпләнгән мәлдәр була. Табиптар уларҙы донъяға ҡайтарған саҡтар аҙ түгел.
- Һәр операция мөһим , - ти Азамат Әхмәт улы. - Профессонализмыңды һынау, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү, был эште һүҙ килмәҫлек итеп башҡарыу талап ителә. Был йәһәттән мин яҡшы мәктәп үттем, бынан бер нисә йыл элек йүнәлтмә буйынса Йеменда эшләнем. Сыуалышлы мәлдәр, территорияла граждандар һуғышы бара, ялан шарттарында яугирҙәрҙе үлемдән ҡотҡарабыҙ. Ошондай экстремаль шарттарҙа эшләү миңә күп тәжрибә тупларға, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе. Әйтергә кәрәк, ҙур һынау мәктәбе булды ул йылдар.
Доктор Хәсәновтың һөнәрмәнгә әйләнеү йылдары ла еңел булмаған осорға тура килә. Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, университетҡа әйләндерелгәс тамамлай. Уҡыу йорто статусын үҙгәртә. Артабан интернатурала уҡый, Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында врач-хирург булып эшләй. Был дауахана күп медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыу майҙансығына әүерелә. Тәжрибәле остаздары йәштәргә нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтә, тәжрибә уртаҡлаша. Уларҙың ярҙамы менән кисәге студенттар ысын һөнәрмәнгән әйләнә.
Унан һуң егереме йылға яҡын ваҡыт үткән. Уларҙың алты йылы – Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында: дүрт йыл – хирург, ике йыл – бүлек мөдире вазифаһында. Вазиваһы бик яуаплы һәм тынғыһыҙ. Райондың барлыҡ хирургия хеҙмәте өсөн яуаплылыҡ тап уның иңдәрендә ята. Административ мәсьәләләрҙе хәл итеү, операциялар яһау, пациенттар ҡабул итеү һәм башҡа һорауҙар – барыһын да үҙ ваҡытында башҡарырға кәрәк. Ошо бурыстарҙың барыһын да үтәп сығыу өсөн иң беренсе сиратта был өлкәләрҙе яҡшы белеү талап ителә.
Врач-травматолог күнекмәләрен Азамат Хәсәнов врач-травматологтар әҙерләгән иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе - академик Илизаров исемендәге Курган травматология һәм ортопедия институтында ала. БДМУ ҡарамағандағы квалификацияны күтәреү институты тарафынан бирелгән сертификат эйәһе лә ул. Азазмат Әхмәт улы даими камиллашыу өҫтөндә. Табип кешегә башҡаса мөмкин дә түгел. Ғәмәлдәге эштән тыш, врач һөнәре туҡтауһыҙ өйрәнеү, квалификацияны күтәреүҙе, яңы препараттар һәм методикалар индереүҙе, тәжрибә уртаҡлашыуҙы талап итә.
- Минең хыялым, - ти хирургия бүлеге мөдире, - ысын һөнәрмәндәрҙән торған берҙәм фекерҙәштәр коллективын туплау, уларҙы юғары кимләгә сығарыу. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған да инде. Мәҫәлән, оперция бүлмәләрен заманса талаптарға яраҡлаштырҙыҡ. Хәҙер беҙҙә улар икәү: береһе - план буйынса яһалған операциялар, икенсеһе ашығыс рәүештә яһалғандары өсөн. Пациент тиҙ арала аяҡҡа баҫһын өсөн яңы, инвазив ысулдар ҡулланырға тырышабыҙ.
Азамат Әхмәт улы уҡытыусы ғаиләһендә тыуып үҫкән, үҙе медицина юлынан киткән.
- Ни өсөн хирургиямы? - тип йылмая ул, - һынған, ватылған әйберҙәрҙе йыйырға яратам. Минең осраҡта был кеше организмы. Эшебеҙ яуаплы, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ижади ҙа. Ыңғай һөҙөмтәләр ҡанаттар ҡуя, илһамланып эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәй.
Оптимизм, тормошто яратыу көндәлек мәшәҡәттәрҙе үҙ ваҡытында башҡарып сығырға, бөтә ауырлыҡтарҙы оноторға булышлыҡ итә. Ғаиләһе уның өсөн төп терәк. Өс айлыҡ ҡына ҡыҙы иң ҙур шатлығы, әлегә мәшәҡәттәре күп булһа ла, һөйөнөсө күберәк.
Читайте нас: