+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
15 Ғинуар 2019, 13:20

Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

Яңы йыл алдынан Комсомол ауылында яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан пункт күптән иҫкергәйне, талап ителгән нормаларға һәм медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарына тап килмәй ине. Өҫтәүенә бинаның ҡыҫынҡы булыуы күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.

Бөгөн фельдшер-акушерлыҡ пункты өс иркен бүлмәне үҙ эсенә ала. Уларҙа төрлө процедуралар үткәрелә. Шулай уҡ ҡабул итеү бүлмәһе, ултырып тороу өсөн урын ҡаралған. Майҙаны буйынса ул ике тапҡырға ҙурыраҡ. Киң тәҙрәләр айырыуса бер йәм бирә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты электр менән йылытыла, шуға бында һәр саҡ йылы. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә медикаменттар бар. Үҙәк район дауаханаһы, ауыл биләмәһе хакимиәте менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған, шуға киҫкен мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә.
Дауалау пунктының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, уның хеҙмәтенән ауылдың йөҙҙән ашыу кешеһе файҙалана. Буласаҡ әсәләр һәм балалар айырым иҫәптә.
Комсомол ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған Люциә Абдулла ҡыҙы Бакиева етәкселек итә. Ошо ауылда ул ике тиҫтә йыл эшләй, ә медицина хеҙмәтләндереүе системаһында эш стажы – 35 йыл. Тәжрибәле хеҙмәткәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу – Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының һәм Рассвет ауыл Советы ауыл биләмәһенең тырышлығы һөҙөмтәһе.
Читайте нас: