-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Ғинуар 2019, 17:44

Улар халыҡҡа хеҙмәт итәсәк

2018 йылдың деабрендә үҙәк район дауаханаһының автомобиль паркы федераль һәм республика бюджетттары аҡсалары иҫәбенә алынған ике Тиҙ ярҙам машинаһы менән тулыланды

2018 йылдың деабрендә үҙәк район дауаханаһының автомобиль паркы федераль һәм республика бюджетттары аҡсалары иҫәбенә алынған ике Тиҙ ярҙам машинаһы менән тулыланды
Был беҙҙең район халҡына яҡшы яңы йыл бүләге булды, сөнки автомобилдәр заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Улар ашығыс реанимацион һәм диагностик сараларҙы юлда уҡ башҡарырыға мөмкинлек бирә электрокардиограф, дефибриллятор, яһалма тын алдырыу аппараты, ингалятор, носилка-каталка, һынған урындарҙы төҙәтеү өсөн шиналар йыйылмаһы, термоодеял һәм сифатлы медицина ярҙамын тәьмин итеү өсөн башҡалар.
-Яңы автомобилдәр - ти Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы баш врачы Айҙар Әсләм улы Салауатов, - быға тиклем булған Тиҙ ярҙам машиналарына бер аҙ еңеллек бирәсәк, тейешле ремонт-техник һәм иҫкәртеү сараларын тулы күләмдә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме – улар беҙҙең район халҡының ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн хеҙмәт итәсәк.
Бөгөн Тиҙ ярҙам хеҙмәтендә алты автомобиль һәм кисектергеһеҙ ярҙам машинаһы иҫәпләнә. Бында үҙ эшенә бирелгән ысын һөнәрмәндәр коллективы тупланған. Тиҙ ярҙам бүлеге мөдире А. Ханнанов, өлкән фельдшер З. Минәхмәтова, фельдшерҙар Л. Богатченко, Ю. Кадурина, М. Козлова, А. Мәүлийәрова, Ә. Муллагилдина, С. Муллаянова, О. Полякова, С. Сәлимйәнова, В. Терентьева, М. Фокина, К. Максимова, диспетчерҙар Ф. Әхмәтйәнова, А. Тимербаева, А. Нагаева, Е. Петрова, водителдәр В. Калентьев, А. Ильинов, М. Попенко, Р. Исхаҡов, В. Черезак, К. Шахов, А. Сабитов, Р. Хисмәтуллин, Г. Филимонов, Р. Әхмәҙуллин, В. Петров, И. Захаров – тәжрибәле, кешенән рухи көс талап иткән һөнәргә тиҫтәлгән йылдарын биргән квалификациялы белгестәр. Көнөнә, төнөнә, һауа торошона ҡарамайынса улар кешеләргә ярҙамға ашыға. Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу йыш ҡына уларҙың секунд эсендә ҡарар ҡабул итә белеү һәләтенә бәйле.
Тиҙ ярҙам хеҙмәтенең диспетчер пунктына тәүлегенә 50-нән 80-гә тиклем шылтыратыу була, уларҙың һәр береһенең артында кеше ғүмере тора.
Яңы автомобилдәр медицина хеҙмәткәрҙәренә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.
Читайте нас: