-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Ғинуар 2019, 17:38

Вайымһыҙ булмағыҙ

Ҡотороу сире – киҫкен вируслы инфекциялы ауырыу. Ул кешеләргә лә, малдарға ла йоға, һәр ваҡыт үлем менән тамамлана. Кешеләрҙә был сир гидрофобия тип атала.

Ҡотороу сире – киҫкен вируслы инфекциялы ауырыу. Ул кешеләргә лә, малдарға ла йоға, һәр ваҡыт үлем менән тамамлана. Кешеләрҙә был сир гидрофобия тип атала.
Ауырыу сирле хайуандар тешләгәндә, тырнағанда, яраға уларҙың һеләгәйе эләккәндә, шулай уҡ инфекциялы шайыҡ эләккән предметтарҙы тотҡанда йоға.
Ҡотороу сирен ҡуҙғытыусы вирус сирле хайуандың һеләгәйендә ауырыуҙың тәүге билдәләре беленгәнсе 10 көн алдан булыуы ихтимал. Йорт хайуандарынан был сир менән йышыраҡ эттәр һәм бесәйҙәр, ә ҡыр йәнлектәренән төлкөләр, бүреләр һәм кимереүселәр ауырый.
Хайуандарҙан күберәк балалар тешләнеүен дә оноторға ярамай. Тәбиғәттә ял иткәндә уларҙы ҡырағай йәнлектәргә, айырыуса кимереүселәргә яҡын ебәрмәгеҙ. Үҙеңде дөрөҫ тотмау һаулыҡҡа һәм ғүмергә ҡурҡыныс менән янаған өҙлөгөүҙәргә, имгәнеүҙәргә килтереүе ихтимал.
Йорт хайуандары ҡала-район ветеринария станцияһында теркәлергә һәм уларға йыл һайын ҡотороуға ҡаршы прививка эшләнергә тейеш.
Хайуандар сирләгәндә, айырыуса, ҡотороу сиренең билдәләре булғанда (һеләгәй ағыу, аҙыҡты йотоу ауырлашыу, тән тартышыу) кисекмәҫтән ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ, уларҙы үҙегеҙ дауаларға тырышмағыҙ. Был йорт хайуандары өсөн генә түгел, кешеләр өсөн дә хәүефле.
Этегеҙ йә бесәйегеҙ кемделер тешләһә, уға адресығыҙҙы әйтегеҙ, хайуанды ветеринария станцияһына алып килегеҙ. Уларҙы күҙәтеү ун көн дауам итә.
Хайуандарҙан тешләнгән, тырналған кешеләр ҡотороу сирен иҫкәртеү һәм прививкалар эшләтеү маҡсатында йәшәгән урындары буйынса медицина пунктына мөрәжәғәт итергә тейеш.
Гидрофобия (ҡотороу) менән сирләгән кешене профилактика прививкаларының тулы курсы ярҙамында ғына һауыҡтырып була, уларҙың һөҙөмтәлелеге медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү ваҡытына бәйле.Ҡотороу сиренә ҡаршы прививкаларҙы кешеләргә бушлай яһайҙар. Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығына етди ҡарағыҙ.
Медиицина практикаһында ауыр эҙемтәләргә килтермәгән һәм иммунитетты күтәргән вакцина ҡулланыла. Прививкалар курсы өҙөлһә, организмдың сирҙән һаҡланыуына гарантия юҡ.
Был проблемаға еңел генә ҡарарға ярамай. Ҡотороу – ҡурҡыныс һәм үлем менән тамаланған сир. Рәсәй территорияһында йыл һайын гидрофобиянан үлеү осраҡтары теркәлә.
Уяу булығыҙ, йорт хайуандарына прививка эшләтегеҙ, ҡырағай йәнлектәр янына бармағыҙ. Урманда айырыуса һаҡ булығыҙ, ҡотороу сире менән ауырыған хайуандар (төлкөләр, бурһыҡтар, бүреләр) уҫал булыуы һәм киреһенсә, мәҫәлән, төлкөләр йыуаш күреренеүе ихтимал.
Килеп тыуған һорауҙар менән Дәүләкән ҡалаһы,Ленин урамы, 27 адресы буйынса ҡала-район ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә. Телефон: 2-51-66, 2-50-30.
Читайте нас: