+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Ғинуар 2019, 17:30

Ҡыҙылса

Санитар хеҙмәттәр саң ҡаға. Республикала ҡыҙылсаға бәйле эпидемиологик хәл киҫкенләшә

Санитар хеҙмәттәр саң ҡаға. Республикала ҡыҙылсаға бәйле эпидемиологик хәл киҫкенләшә
Ҡыҙылсаның үҙенсәлеге – сир ҡуҙғытыусы вирустың ауырыу кеше йүткергәндә йә иһә сөскөргәндә таралыуы. Вирус ярты сәғәт дауамында әүҙемлеген юғалтмай һәм ҙур арауыҡҡа таралырға һәләтле. Ҡыҙылса йышыраҡ мәктәпкәсә йәштәге һәм бәләкәй кластарҙа уҡыусы балалар араһында осрай. Ололарҙа ул ауырыраҡ үтә һәм йыш ҡына өҙлөгөүҙәргә килтерә.
Ҡыҙылсаны профилактикалауҙың берҙән-бер һәм ышаныслы сараһы – вакцинация. Вакцина еңел үтә һәм 80-85 процент осраҡта үҙ һөҙөмтәһен бирә. Прививка эшләткән кеше ауырып китһә лә, сир еңел үтә. Ҡыҙылсаның инкубация осоро ғәҙәттә 9-10 көн дауам итә, артабан тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә. Икенсе-өсөнсө көнгә ваҡ ҡына аҡ нөктәле сабыртмалар сыға. Тәүге көндө улар тик кешенең йөҙөндә һәм муйынында ғына була, икенсе көнгә ҡулдар менән тәнде, артабан аяҡтарҙы баҫа.
Әгәр ҡыҙылса менән сирләп китһәгеҙ, инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн гигиена сараларын күрегеҙ. Бинаны дезинфекциялау, бүлмәне даими рәүештә елләтеп, әйберҙәрҙе, иҙәнде һыулы сепрәк менән һөртөп тороу, сирленең башҡалар менән аралашыуын сикләү ошондай саралар иҫәбенә инә. Сир ауыр үтһә, ауырыуҙы дауаханаға һалырға кәрәк. Үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнергә ярамай, тик белгес кенә һаулыҡ торошона дөрөҫ баһа бирә, тейешле дауа билдәләй ала.
Читайте нас: