0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Февраль 2019, 11:46

Диспансерлаштырыу – ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә юл

2013 йылда илдә 21 йәштән өлкән халыҡты диспансерлаштырыу программаһына старт бирелде. Диспансерлаштырыу – профилактик медицина тикщереүе, уның төп маҡсаты – сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, хроник ауырыуҙарҙың үҫшенә кәртә ҡуйыу. Мәҫәлән, үткән йылда беҙҙең ҡалала һәм районда 7251 кеше диспансерлаштырыу үткән.

2013 йылда илдә 21 йәштән өлкән халыҡты диспансерлаштырыу программаһына старт бирелде. Диспансерлаштырыу – профилактик медицина тикщереүе, уның төп маҡсаты – сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, хроник ауырыуҙарҙың үҫшенә кәртә ҡуйыу. Мәҫәлән, үткән йылда беҙҙең ҡалала һәм районда 7251 кеше диспансерлаштырыу үткән.
Әйтергә кәрәк, диспансерлаштырыу – ирекле рәүештә үткәрелә, һеҙ медицина тикшереүе үтеүҙән, шулай уҡ ҡайһы бер процедураларҙан баш тарта алаһығыҙ. Законда диспансерлаштырыу үтмәгән өсөн бер ниндәй ҙә яҙа ҡаралмаған. Шулай ҙа һеҙҙе нимәлер борсой икән, уны мотлаҡ үтергә кәрәк. Бының өсөн ниндәйҙер сәбәп кәрәкмәй. Үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ, бер ни ҙә борсомай икән, быны тағы бер тапҡыр раҫлап ҡуйыу ҡамасауламаҫ. Өҫтәүенә диспансерлаштырыуҙағы тикшереүҙәр яман шеш ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлауға йүнәлтелгән. Бының өсөн маммография ҡулланыла, анализға ҡан алына һәм башҡа процедуралар үткәрелә.
2018 йылдан диспансерлаштырыу үткәндә табиптар ВИЧ-инфекцияға түләүһеҙ тест үткәрә. Медицина тикшереүе үткән граждандарҙың йәгенә ҡарап, улар башҡа белгестәргә тикшерелергә ебәрелә.
Һәр йәш категорияһында табиптарҙың ентекле иғтибары талап ителгән ауырыуҙарҙың киң таралыу күҙәтелә.
Был кешегә оҙаҡ йылдарға эшкә һәләтлелеген һаҡларға мөмкинлек бирә.
Программаға 1920 йылдан 1998 йылға тиклемге граждандар инә.
Быйыл 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуған граждандар диспансерлаштырыу үтә.
Диспансерлаштырыуға килгән үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, медицина полисын алып килегеҙ.
Ул бер нисә этапта үткәрелә беренсеһе – врач-терапевт ҡабул итә һәм башҡа белгестәргә, процедураларға ебәрә.
Артабан диагностик процедуралар, белгестәргә йөрөү башлана. Әгәр ниндәй ҙә булһа патологиялар, роганизмда ниндәй ҙә булһа тайпылыштар күҙәтелә икән, пациентты диспансерлаштырыуҙың икенсе - өҫтәмә этабына ебәрәләр.
2019 йылда диспансерлаштырыу үткән һәр кешегә һығымталар, аныҡ тәҡдимдәр менән Сәләмәтлек паспорты тапшырыла.
Уны үтеү тураһында ентеклерәк белеү өсөн участка терапевтына йәки үҙәк район дауаханаһының регистратураһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: