Ҡыш тамамланыуға бара һәм тиҙҙән беҙҙе һауаның дымлылығы артҡан елле көндәр, һауа торошо туҡтауһыҙ үҙгәреп торған миҙгел көтә. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре һалҡын алдырыуға килтерә, айырыуса миҙгелдәр алмашынған мәлдә. Сыныҡмаған организм өсөн был уғата хәүефле.
Киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) иҫәбендә киҙеү (грипп) иң ҡурҡынысы булып тора. Был сирҙе күптәребеҙ белә: температура күтәрелә, баш, тамаҡ ауырта, ҡалтырата һәм башҡалар.
Организмды ошондай хәлдән һаҡлау өсөн был сир тураһында ентеклерәк белергә кәрәк. Алдан иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған, тигән әйтем бар бит халыҡта. Киҙеүҙән һаҡланыу, уны иртә стадияла нисек асыҡлау тураһында беҙгә Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлексәһендә һөйләнеләр:
“Сирҙең тәүге билдәләре беленгәс тә дауалана башларға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, дөйөм хәлһеҙлек, ҡапыл температура күтәрелеүе, тамаҡ ауыртыуы уның башланыуын аңлата. Артабан быуындар һыҙлай башлай, ныҡ итеп баш ауырта, ул хатта күҙҙәргә бирә, аппетит юғала, уҡшыта, тымау, ҡоро йүтәл барлыҡҡа килә. Ике йәшкә тиклемге сабыйҙар, йөклө ҡатындар һәм ҡарттар уны айырыуса ауыр үткәрә. Киҙеүҙән дауаланыуҙың дөйөм принциптары дөйөм киҫкен респиратор вируслы инфекциянан дауаланыуға оҡшаш, шуның менән бер рәттән вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға, постель режимын күҙәтергә, диета тоторға, даими рәүештә һыу эсергә, температураны төшөрөүсе дарыуҙар ҡабул итергә кәрәк. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ, мотлаҡ табип саҡыртығыҙ. Бары табип ҡына һеҙҙең хәл-торошоғоҙға ҡарап, дөрөҫ дауаланыу билдәләй.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, киҙеүҙең ҡурҡыныслығы шунда, унан һуң өҙлөгөүҙәр булыуы мөмкин, шулай уҡ синусит, отит, пневмония, миокардит, энцефалит кеүек сирҙәргә юлығыуығыҙ ихтимал.
Киҙеү һауа-тын юлдары аша йоға. Йоҡторғандан һуң сирҙең тәүге билдәләре алты сәғәттән алып ике тәүлеккә тиклем ваҡыт эсендә беленә. Вирус тын юлдары, күҙҙәрҙең шекәрәһе аша үтеп инә. Инфекцияны йөрөтөүселәр булып инкубация осоронда һәм ауырыу көсәйгән мәлдә сирләгән кешеләр тора.
Киҙеүҙе иҫкәртеүҙең төп сараһы – вакцинация. Уны барыһы ла, шул иҫәптән айырыуса хәүеф төркөмөнә ингән кешеләр: балалар, ҡарттар, йөклө ҡатындар, социаль һөнәр белгестәре яһатырға тейеш. Иммунитет нығынһын өсөн прививканы сентябрь-октябрь айҙарында яһайҙар. Даими рәүештә вакцинация яһатыу организмдың һаҡланыу һөҙөмтәлелеген арттыра һәм вирусҡа ҡаршы тора.
Бынан тыш, киҙеү менән ауырыу таралған мәлдә башҡа һаҡлыҡ саралары ла күрергә кәрәк: кешеләр күп йыйылған урындарға бармағыҙ, ҡулдарығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ, танау ҡыуышлығын, ауыҙҙы сайҡатып тороғоҙ.
Организмдың вирусҡа ҡаршы тороусанлығын көсәйтеү өсөн яҡшы туҡланығыҙ, саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ, физик күнегеүҙәр яһағыҙ, туйғансы йоҡлағыҙ, тыныс булығыҙ, сирҙе иҫкәртеүсе медикаментоз саралар ҡулланығыҙ.
Әгәр кешеләр күп йыйылған урындарҙа булырға тура килә икән, маска кейегеҙ, танау, ауыҙ тирәһенә оксолин майы һөртөгөҙ, шулай уҡ танауығыҙға гриппферон тамыҙығыҙ”.
Иммунитетты күтәреү, һыуыҡ алдырыуҙан һаҡланыу өсөн халыҡ саралары ла бар. Гөлйемеш, лимон, имбирь, бал ҡушып яһалған төнәтмәләр, дарыу үләндәре, йүкә сәскәһе, ҡурай еләге, ҡара ҡарағат, миләш япраҡтары һалып яһалған сәй, һуған, һарымһаҡ ашау киҙеүгә ҡаршы көрәшеүҙә яҡшы сара.
Тәбиғәт үҙе дарыуҙарға бай, бары тик һаҡлыҡ саралары күрергә, уларға аллергия юҡлығын алдан тикшерергә кәрәк.
Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!