«Ашығыс ярҙам» хеҙмәте фельдшеры кешегә тәү сиратта ярҙам күрһәтә алған, төрлө хәлгә әҙер, мәрхәмәтле, түҙемле булыуҙы талап иткән һөнәр.
Минегөл Фирғәт ҡыҙы Фокина ошо тармаҡта утыҙ йылға яҡын эшләй. Ул тормошта үҙ урынын тапҡан.
Бәләкәй сағынан уҡ ҡыҙ хирург булырға теләй, «врач» уйнарға ярата, ҡурсаҡтарға укол һала, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ҡарай, әхирәттәренең яраларын бәйләй, киләсәктә аҡ халат кейергә хыяллана. Йылдар үтеү менән ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша, Өфө ҡалаһының 1-се медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алғас тыуған яғына эшкә ҡайта, һәм Ташлы-Шәрип ауылына фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта уға ун туғыҙ ғына йәш була, һөнәри күнекмәләр, үҙ-үҙенә ышаныс, ҡушылған эште еренә еткереп башҡарыу, ярҙамсыллыҡ яйлап тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.
Кейәүгә сығып, бәпестәре тыуғас, юғары белем алыу, хирург булыу хыялы ситкә күсә. Әммә Минегөл Фирғәт ҡыҙы үкенмәй. Училищела уҡыған саҡта уға «ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә практика үткәрергә тура килә, тап шул саҡта бының күңеленә ятҡан эш икәнлегенә төшөнә. Шулай итеп, киләсәктәге һөнәри юлы билдәләнә.
«Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләгәндә нимәләр генә булмай: ҡышҡы утыҙ градус һыуыҡта дауаханаға барғанда машинала, юлда бала таптыра, секунд эсендә ҡарар ҡабул итеп, кешеләрҙе үлемдән алып ҡала.
-Бар тырышлыҡты һалып, кешегә бер нимә менән дә ярҙам итә алмағанда, балалар сирләгәндә бигерәк тә ауыр, -тип һөйләй фельдшер. - Ә иң ҡатмарлыһы-экстремаль хәлдәрҙә тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү. Һуҙырға ярамай, кешенең ғүмере һәм яҙмышы яҙмышы һинән тора. Ҡайһы бер осраҡтарҙа кешеләрҙең тупаҫлығы менән дә осрашырға тура килә, был, әлбиттә, бер аҙ кәйефте төшөрә, әммә, икенсе яҡтан, кешеләргә кәрәк булыуың, ҡайҙалыр һине көтөп тороуҙары көс бирә. Ябай рәхмәт һүҙҙәренән күңелдә көс арта.
Шулай ҙа изге күңелле кешеләр күберәк.
Хәҙер “Ашығыс ярҙам” фельдшеры эшен заманса техник йыһазландырыу еңелләштерә: машиналар күпкә уңайлы кәрәкле диагностик һәм реанимацион ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бәйләнеш нығытылған. Ә шулай ҙа һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ һәм теләһә ниндәй һауа шарттарында тәүлек әйләнәһенә ярҙамға әҙер тороу төп шарт булып ҡала.
Минегөл Фирғәт ҡыҙына тормоштағы ауырлыҡтарын еңергә балалары ярҙам итә. Улар унда дүртәү. Йәш өләсәйҙе инде ейәндәре ҡыуандыра.
Ямғырҙа ла, буранда ла, йәйге һәм көҙгө көндәрҙә ауыл, ҡала урамдары буйлап «ашығыс ярҙам» машинаһы елә. Беҙ тыныс йәшәһен, тырышып эшләһен өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ бурысын теүәл башҡара.