-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
13 Июнь 2019, 16:48

Тормош мәғәнәһе – эшендә

Дауаханала реанимация бүлексәһе айырым урын биләй тиһәң дә хата булмаҫ. “Реанимация” һүҙе үҙе үк тормошҡа ҡайтарыу тигәнде аңлата.

Дауаханала реанимация бүлексәһе айырым урын биләй тиһәң дә хата булмаҫ. “Реанимация” һүҙе үҙе үк тормошҡа ҡайтарыу тигәнде аңлата. Кешеләр тарафынан мөғжизә һымаҡ күренгән бүлексәлә эшләүселәр өсөн был көндәлек вазифа һәм бурыс. Реанимация аша йылына 400-гә яҡын кеше үтә. Бында ябай осраҡтар юҡ – пациенттар ауыр хәлдә, һәр секунд уның яҙмышын хәл иткәндә килтерелә. Кешене тормошҡа ҡайтарыу, уның ғүмерен оҙайтыу өсөн медиктарға ифрат күп көс һала. Был түҙемлек кенә түгел, киҫкен хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә.
Кисектергеһеҙ тиҙ ярҙам күрһәтеүҙән тыш, бүлексәлә интенсив терапия һәм динамик күҙәтеү тормошҡа ашырыла, йыл дауамында 600-гә яҡын анестезиологик процедуралар яһала.
Бүлексәгә юғары категориялы врач-анестезиолог Елена Анатольевна Савченко етәкселек итә. Өфөлә тыуып үҫкән, мәктәпте алтын миҙалға, медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙҙың Дәүләкән дауаханаһына эшкә килеүенә лә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Беҙҙең ҡаланы һайлауына Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһенең ул саҡтағы мөдире Нур Ғасим улы Сибәғәтуллин менән танышыуы, районда һаулыҡ һаҡлауға ярҙам итеү теләге булышлыҡ итә. Шул мәлдә Елена менән бергә беҙҙең район дауаханаһына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған тағы бер нисә йәш белгес килә. Йәштәр бер дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, бер-береһе менән тығыҙ аралашалар, ялдарын күмәкләп үткәрәләр. Врач-эпидемиолог булып эшләгән егеттәрҙең береһе Сергей Станиславович Савченко менән ғаилә ҡоралар. Башта йәштәр өс йылдан һуң кире Өфөгә ҡайтырбыҙ тигән уйҙа йәшәй, әммә күңелдәренә ятҡан эш, татыу, берҙәм коллектив, фатирлы булыу перспективаһы Дәүләкәндә төпләнеү өсөн төп нигеҙ булып тора. Ошо ҡалала ҡалғанына Елена Анатольевна үкенмәй.
Өс тиҫтә йыл эсендә ҙур йорт һалалар, баҡса ултырталар, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙарының икеһе лә мәктәпте отличие менән тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала, ата-әсәләренең ярҙамы менән тормошта үҙ юлдарын таба.
Бүлексә мөдире Е.А. Савченконың тәүлектән ашыу дауам иткән эш көнө мотлаҡ планерканан башлана. Унда ағымдағы мәсьәләләр, алдағы эштәр ҡарала, артабан ауырыуҙарҙы ҡарап сыға, яңы пациенттар ҡабул итә, тейешле процедуралар башҡарыла.
- Беҙҙең эштә, - ти Елена Анатольевна, - командала эшләй белеү мөһим. Яу яланында яңғыҙ һалдат бер ни ҡыла алмай. Беҙҙә лә тап шулай. Реанимацион, анестезиологик манипуляциялар үткәргәндә бөтә дежур бригада ҡатнаша, ҡайһы саҡта пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн юғары технологиялы ете медицина аппаратына тоташтырырға тура килә. Был ҙур тәжрибә, күнекмә талап итә.
Беҙҙең бүлексәлә бөтә врачтар һәм шәфҡәт туташтары юғары категориялы, тәжрибәле. Врач-реаниматолог-анестезиолог А.М. Ханнанов, шәфҡәт туташтары-анестезистар Л.А. Максимова, З.Ш. Ширнина, Г.М. Әхмәҙиева, Г.Б. Абдрахимова, Л.М. Винникова, А.Г. Лысенкова, О.Р. Трегубова, В.П. Дәүләтова, Л.Н. Епифанова, С.С. Йыһангирова үҙ бурысын теүәл үтәй. Медиктарҙың ышаныслы ярҙамсылары – санитаркалар Р.З. Гусамова, Рәсәйҙең Почетлы доноры Р.Т. Тимербаева, Г.М. Воробьева, С.Н. Әүхәтова. Улар бүлексәлә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыуҙан тыш, ауырыуҙарҙы тәрбиәләп ҡарай. 1991 йылдан алып коллектив тотороҡло эшләй, барыһы ла үҙ-ара туғанлашып бөткән тиерлек.
Дауахананың баш врачы Айҙар Әсләм улы Салауатовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтәһе килә. Уның булышлығы менән бүлексә заманса диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырылды, лифт эшләй башланы. Баш врачтың дауалау өлөшө буйынса урынбаҫары Дмитрий Владимирович Боровковтың ярҙамы менән тейешле дарыуҙар килтерелеп тора, ә белгестәр тәүлектең һәр сәғәтендә район, республика белгестәренән консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Пациенттың ышанысын арттырыу, барыһы ла яҡшы буласағына өмөтләндереү өсөн реаниматолог-анестезиологҡа психолог та, иғтибарлы, һиҙгер, кеше хәлен аңлай белгән белгес булырға ла тура килә. Был өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ, ундайҙар бында тотҡарланмай ҙа, сөнки ауырлыҡтарҙы еңеү, туҡтауһыҙ эҙләнеү, кешеләрҙе яратыу, бирелеп эшләү кеүек сифаттар иң беренсе урында тора.
Елена Анатольевна өсөн кешеләрҙе ҡотҡарыу – ябай һөнәр генә түгел, уның тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе.
Читайте нас: