+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
2 Июль 2019, 12:04

Үҙ урынын тапҡан

Был мөләйем ҡыҙ үҙен кешеләр өсөн иң кәрәкле һөнәр - медицинаға арнаған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Эльнара эш урынында үҙен ышаныслы тота.

Эльнара Маликова.
Эльнара Маликова.
Был мөләйем ҡыҙ үҙен кешеләр өсөн иң кәрәкле һөнәр - медицинаға арнаған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Эльнара эш урынында үҙен ышаныслы тота. Төрлө операция үткәргән пациенттарға көн һайын тейешле ярҙам күрһәтеп өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһенә йыуатыу һүҙҙәре таба, тиҙерәк һауығыуҙарына ышаныс уята.
Ул Мәкәш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Насибулла Хәйрулла улы һәм Нәсимә Мәжит ҡыҙы колхозда намыҫлы эшләй, үҙ хужалыҡтарын алып бара, ете бала тәрбиәләп үҫтерә. Эльнара уларҙың иң кесеһе. Мәкәш урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө медицина колледжына уҡырға инә, 2012 йылда урта махсус белем тураһында диплом ала. Шул уҡ йылда Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһының хирургия бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә килә.
Бына ете йыл инде ул процедуралар яһаусы һәм дежур итеүсе башҡа шәфҡәт туташтары менән коллективтың уңышлы эшенә үҙ өлөшөн индерә, сөнки операциянан һуң ауырыуҙарҙы ҡарау дауалауҙың һөҙөмтәһен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Хирургтарҙың, урта һәм кесе медицина персоналының яйға һалынған эше ауырыуҙы ғазаптарҙан ҡотҡарырға һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә.
Яҡташыбыҙ Эльнара Насибулла ҡыҙы бүлектә алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Республика башҡалаһында йәшәп, ул улының ғаиләһе менән йәшәгән әсәһе эргәһендә йыш булырға тырыша. Нәсимә Мәжит ҡыҙы өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эшһеҙ ултырырға күнекмәгән – йорт эштәре менән теләп шөғөлләнә, сәскәләр үҫтерергә ярата. Уның баҡсаһы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә хуш еҫле сәскәләргә күмелгән, ә тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә төрлө-төрлө гөлдәр күҙҙең яуын ала. Әммә уның өсөн иң ҙур бәхет – балалары – алты ейәне дүрт бүләһе өләсәләренең ҡунаҡсыл йортона йыйылып, ишек алдын шат тауыштарға күмә. Шундай ваҡыттарҙа Нәсимә Мәжит ҡыҙының күңеле шатлыҡ менән тула, ул үҙ хеҙмәттәре менән кешеләргә файҙа килтергән ҡыҙҙары һәм улдары өсөн ғорурланып бөтә алмай.
Читайте нас: