+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
26 Август 2019, 18:02

Дәүләкәндәр яман шештән нисек һаҡланырға кәрәклеген белде

«Халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу» бүлеге ағымдағы йылдың апрель айында халыҡ өсөн бушлай лекциялар үткәрә башланы.

«Урындағы башланғыстарға ярҙам үҙәге» программаһының «Сәләмәтлек мәктәбе» республика проекты «Демография» Милли проектының бер йүнәлеше булған «Халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу» бүлеге ағымдағы йылдың апрель айында халыҡ өсөн бушлай лекциялар үткәрә башланы. Улар ҡалалар һәм райондар халҡын сәләмәт тормош алып барыу принциптары, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм профилактика үткәреү, диспансерлаштырыу мөмкинлектәре тураһында аңлатма бирҙе.
Был башланғыстың ойоштороусылары булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан Республикаһы Төбәк советы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тора. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә беҙҙең ҡалала район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында врач-онколог, «2018 йылдың иң яҡшы табибы» Гөлнур Ниғмәнова менән осрашыу уҙҙы.
Үҙенең сығышында республика кимәлендәге белгес яман шештән үҙеңде нисек яҡларға һәм сәләмәтлекте һаҡларға икәнлеген бик ентекле өйрәтте. Онкологик сирҙәрҙе профилактикалау темаһы ваҡыт үткән һайын көнүҙәклеген юғалтмай, сөнки үлем осраҡтары буйынса улар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала икенсе урында тора. Барлыҡҡа килгән яман шеште башланғыс стадияла дауалау мөмкинлеге булһа ла, уларҙы асыҡлауҙа айырым ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Лекция ғәмәли өлөштән башланып китте: табип Ниғмәнова зал менән ябай ғына аралашып, организмдың һаҡлаусы көстәрен әүҙемләштереүҙә ярҙам иткән бер нисә күнекмә күрһәтте. Залда ултырыусылар доктор күрһәткән ҡулдар хәрәкәттәрҙе еренә еткереп ҡабатланы. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы бындай күнекмәләрҙең күп ваҡытты алмауын, файҙаһы бик күп булыуын аңлатып үтте.
Слайдтар күрһәтеп, доктор яман шештәрҙе барлыҡҡа килтереүсе факторҙар, уларҙы булдырмаҫ өсөн диспансерлаштырыуҙы ваҡытында үтеү, сәләмәт тормош алып барыу, тәмәке тартыу һәм эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәклеген әйтеп китте. Шулай уҡ ҡояшта ҡыҙыныу һәм солярийҙар менән мауыҡмаҫҡа, яҡшы кәйефтә булырға, стрестан һаҡланырға тәҡдим итте. Белгес ауырыуҙың нәҫелдән килеү мөмкинлеге һәм әгәр ҙә яҡын туғандарығыҙҙан берәйһе яман шеш менән ауырыһа, даими тикшереүҙәр үтергә кәрәклеге тураһында ла аңлатты.
Яман шеш ауырыуҙарына диагностика үткәреүҙең заманса ысулдары тураһында залдағылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Улар һөҙөмтәле генә түгел, ә күп осраҡтарҙа бушлай уҙғарыла. Үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы һәр кеше бындай тикшереүҙәр үтә ала. Әйтергә кәрәк, лекция барышында үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген ҡайғыртыу кәрәклеге тураһында йыш ҡабатланды. Осрашыу тамамланғандан һуң, Гөлнур Хәмзә ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙың күп һорауҙарына яуап бирҙе.
Читайте нас: