-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
3 Сентябрь 2019, 11:43

Фельдшер-акушерлыҡ пункты яңырҙы

Суйынсы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пукты үҙенең пациенттарын яңыртылған бинала ҡаршылай.

Суйынсы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пукты үҙенең пациенттарын яңыртылған бинала ҡаршылай. Дәүләкән районы һәм Суйынсы ауыл хакимиәттәре ярҙамы менән бинаға яҡшы ремонт эшләнгән. Ауылдың фельдшерлыҡ пункты өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынған. Хәҙер фельшер Наталья Викторовна Ефименко (фотола) ауырыуҙарҙы бөтөн медицина талаптарына яуап биргән иркен, яҡты бүлмәләрҙә ҡабул итә. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғ.Б. Ғабдрахманов ремонт эшләүҙә бик ҙур матди ярҙам күрһәтте.
Н.В.Ефименко - тәжрибәле медицина хеҙмәткәре. 2018 йылдың декабрь айында яңы эш урынына тәғәйенләнгәнгә тиклем ул 20 йылға яҡын үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә эшләгән. Хәҙер инде Наталья Викторовна көн һайын үҙ машинаһында ауырыуҙарға кәрәкле ярҙам күрһәтер өсөн Суйынсы ауылына юл тота. Алға һәм Яҫҡайын ауылдары кешеләре лә ярҙамы өсөн уға рәхмәтле.
Бик күп йылдар элек яҙмышын медицина менән бәйләгән фельдшер бөгөн дә һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Наталья Викторовна - өс бала әсәһе. Ул кешеләрҙең ҡайғыһын үҙ йөрәге аша үткәреүсе һиҙгер һәм изге күңелле кеше. Ауыл халҡы уны ошо сифаттары өсөн ихтирам итә. Наталья Викторовна кеүек яҡшы табипты хәҙер табыуы ҡыйын.
Читайте нас: