+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
9 Октябрь 2019, 10:58

Миңә бында йәшәүе һәм эшләүе оҡшай

«Земский доктор» федераль программаһы беҙҙең илдә 2012 йылдан алып эшләй

«Земский доктор» федераль программаһы беҙҙең илдә 2012 йылдан алып эшләй, ул бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был программала ҡатнашыусыларға ауылдарҙағы медицина учреждениеларында билдәләнгән ваҡыт дауамында эшләүселәргә бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Быйыл беҙҙең ҡала был программала ҡатнашыусылар исемлегенә инде һәм төрлө специализация буйынса ун йәш врач аҡсалата түләү алды. Улар араһында врач-отоларинголог Рәүил Яҡупов та бар.
Беҙҙең ҡалала тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, интернатураны республика балалар клиник дауаханаһының хирургия бүлегендә үткән. Кәрәкле тәжрибә туплағас, Рәүил тыуған ҡалаһына эшкә ҡайтҡан. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында уға өҫтәмә рәүештә, медицина учреждениеһы иҫәбенә отоларинголог специальносы алырға тәҡдим итәләр. Был ваҡытта поликлиникала тап шундай белгес талап ителә. Йәш доктор риза була һәм республика кимәлендәге һөнәрмәндәрҙә стажировка үтеп, квалификацияһын киңәйтә. Бөгөн Рәүил Яҡупов ике специальность буйынса ла уңышлы эшләй.
- Тәүҙә, тәжрибә аҙ булғанлыҡтан, эшкә тотоноп китеүе еңелдән булманы, - ти ул. - Уҡыған ваҡытта һәм интернатура үткәндә һәр саҡ өлкән, тәжрибәле коллегаларҙың ярҙамына таянырға була. Ә бында пациенттарҙы ҡабул иткәндә үҙаллы ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Яйлап һөнәр нескәлектәренә төшөндөм һәм бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы. Эш тағы ла шул яғы менән оҡшай, тырышлығыңдың һөҙөмтәһе шунда уҡ күренә. Минең йортом һәм ғаиләм бында, шуға бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Ә федераль программа буйынса аҡсалата түләү тормошомда һиҙелерлек ярҙам булды.
Дәрт-дармандары ташып торған йәштәрҙең йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы һөнәр алып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙары ҡыуандыра. Тимәк улар кесе тыуған илдәренең үҫешенә һәм хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек барлығына ышана. Ундай йәштәрҙең күберәк булыуын теләп ҡалайыҡ.
Читайте нас: